Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: '''Мәғфирә Ғәлиева''' — Башкортостандың атҡаҙанған артисткаһы, РСФСР-ҙың эстрада артистары дипломанты, С...
 
ә робот косметические изменения
4 юл:
 
Мәскәү консерваторияһында, композитор [[Ғәзиз Әлмөхәмәтов]] хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә [[Ейәнсура районы]]нан Мәғфирә Ғәлиева менән [[Сөләймән Абдуллин]] һайлап алалар. Ул ваҡытта [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы, сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный.
П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә исеме илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.
 
Мәғфирә Ғәлиева – 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул – бер нисә секунд эсенде сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор [[Наил Ғәлиев]] (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар.
 
Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар (Николай Голов) «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып танылалар.
== Һылтанмалар ==
* [http://www.yeshlek-gazeta.ru/mezeniet/2383-jj1241jj1171or-t125711951257nd1241ge.html Йәйғор төҫөндә донъям. Йәшлек гәзите.]
* Ғәлиева М. Киттең дә яңғыҙ иттең... : [БР халыҡ арт. Наил Ғәлиев (Николай Голов) хаҡ.] / Мәғфирә Ғәлиева // Башҡортостан. – 2006. – 10 февр.
 
[[Категория:Мәҙәниәт]]
[[Категория:Сәнғәт]]
[[Категория: Башҡортостандың атҡаҙанған артистәре]]