Аҙнағолов Рафаил Ғәйнетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл:
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
Рафаэль Аҙнағолов 1941 йылдың 13 февралендә Чкалов (хәҙерге [[Ырымбур]]) өлкәһе [[Ҡыуандыҡ]] районы Үрге Үтәғол ауылында тыуған. 1969 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлаған. 1972 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (1991 йылдан [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы]]) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының [[Башҡортостан]] филиалында өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан алып [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда уҡыта. Дөйөм алғанда 200-ҙән ашыу булған фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған. Улар араһында авторҙың Башҡорт теленең орфография һүҙлеге (1998 йыл), Башҡортса-урыҫса мәктәп һүҙлеге (2003 йыл), [[Башҡортостан]]дың күренекле яҙыусылары ижадына арналған йыйынтыҡтары, шулай уҡ төрлө йүнәлештәге методик ҡулланмалар киң билдәле. Рафаэль Аҙнағолов гәзит һәм журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, матбуғатта әҙәби-тәнҡит, әҙәби-аналитик мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны. Рафаэль Ғәйнетдин улы мәғарифты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 2014 йылда Рәсәй Мәғариф һәм фән минситрлығыныңминистрлығының Константин Ушинский миҙалына лайыҡ булды.
2015 йылдың 23 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат булды.