Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) категориялар |
||
10 юл:
| Место рождения = [[Бөгөлмә өйәҙе]], [[Һамар губернаһы]]
| Дата смерти = 1936
| Место смерти =
| Гражданство =
| Образование =
21 юл:
}}
'''Ғабдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов''' (1887, 15 ғинуар
1891 йылда Ғабдрахман Фәхретдиновтың атаһы [[Өфө]]гә күсеп килә, Мосолмандар диниә назаратында ҡазый булып хеҙмәт итә. 1906 йылда [[Ырымбур]] ҡалаһына күсә. «Ваҡыт» гәзитендә мөхәррир ярҙамсыһы, унан «Шура» журналы мөхәррире булып эшләй.
Ғабдрахман [[Өфө]] һәм [[Ырымбур]] ҡалаларында белем ала. Атаһы менән бергә «Ваҡыт» гәзите, «Шура» журналы редакцияһында эшләй. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына мобилизацияланып, Румын фронтында баш мулла булып хеҙмәт итә.
1917 йылдың декабрендә III Дөйөм [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында]] ҡатнаша. Йыйын мәлендә ҡоролтай рәйесе [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Зәки Вәлидиҙең]] ярҙамсыһы була. Атаһы, Ризаитдин Фәхретдинов менән бергә Башҡортостан автономияһының юғары закондар сығарыу органы
Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың мартынан, Ғабдрахман Фәхретдинов [[Ырымбур]] губкомы янындағы Мосолман эштәре буйынса комиссариатта эшләй. Бында ул матбуғат эштәре буйынса бүлекте етәкләй. 1918 йылдың июлендә, Ырымбур Дутовтың ҡулына күскәс, Стәрлетамаҡҡа ҡаса.
1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте [[Ырымбур]]ға ҡайтҡас, хөкүмәттең мәғлүмәт бүлеге мөдире итеп эшкә алына. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге сығарған «Башҡорт тауышы» гәзите менән Силәбелә баҫылған «Башҡорт» гәзите урынына берләштерелгән «Башҡортостан хөкүмәтенең хәбәрҙәре» ({{ref-ru}} «Вестник Правительства Башкирии») гәзите сығарыла башлай. Хөкүмәт баҫмаһын сығарыу эше Ғабдрахман Фәхретдиновҡа йөкмәтелә. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, төрлө мәҡәләләр баҫыла.
1918 йылдың декабрендә, Дутов менән мөнәсәбәте тамам боҙолоп, Башҡорт хөкүмәте [[Ырымбур]]ҙан күсенергә мәжбүр була. Артабанғы документтарҙа Ғабдрахман Фәхретдиновтың исеме осрамай. Ул [[Ырымбур]]ҙа ҡалған булһа кәрәк. Ул икенсе тапҡыр Башҡорт хөкүмәтенә, дөрөҫөрәге Башревкомға, эшкә 1919 йылдың сентябрендә инә.
1919 йылдың 24 сентябрендә Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Сентябрь-октябрь айҙарында, [[Өфө губернаһы]] властарынан автономияға ингән башҡорт волостарын ҡабат ҡайтарыу буйынса комиссия составында эшләй. Бер үк ваҡытта, комиссар Илдархан Мутин урынына, республиканың Социаль тәьминәт комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың апреленән Башҡортостандың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы, артабан нәшриәт мөдире урынбаҫары булып эшләй.
20-се йылдар башында Ғабдрахман Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда, уның «Башҡорт тарихы» тигән китабы донъя күрә. Унда ул хеҙмәтендә боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем, башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай. «Ғабдрахман Фәхретдиновтың
Атаһы, Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиновтың вафатынан һуң, 1936 йылдың июлендә НКВД органдары Ғабдрахман Фәхретдиновты ҡулға ала. Уны атаһының контрреволюционерҙар менән бәйленешен йәшереүҙә ғәйепләйҙәр. Ярты йыл тирәһе НКВД органдары ҡулында, [[Өфө]] төрмәһендә ултыра. 1936 йылдың аҙағында шунда вафат була.
== Сығанаҡ ==
* Ярмуллин А. Ш.
== Һылтанмалар ==
* [http://www.pressa-rb.ru/republicpapers/bashkortostan/detail.php?ID=38715 "Башҡортостан"дың һүҙе үтте / Ризван ХАЖИЕВ]
|