Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
Ғ.Х.Ниязбаев мәктәптә балалар уҡыта, тәжрибә туплай. Алдынғы педагогик ҡарашлы хеҙмәткәр яңы властың мәғариф эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул 1919 йылдың декабрендә Башҡортостан халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Стәрлетамаҡта үткәрелгән I съезында делегат була, Башҡортостан хөкүмәтенең мәктәптәр асыуға, дөйөм наҙанлыҡты бөтөрөүгә ҙур көс һалыуы менән үҙенең күптәнге хыялдарының тап килеүен күреп шатлана, яңы ижади пландар ҡора, хеҙмәт дәрте менән педагогик эшмәкәрлеген йәнләндереп ебәрә.
 
Был йылдарҙа Ғәбделрәүеф Хәким улы Ниязбаев Башҡортостан¬дыңБашҡортостандың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантон халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Кантондың алыҫ төбәктәрендә уның байтаҡ яңы мәктәптәр асыуы, уларҙың эштәрен яйға һалыуы, уҡытыусыларға ҙур ярҙам күрһәтеүе, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өсөн курстар асыуы һәм уларға етәкселек итеүе киң билдәле. Мәктәптәрҙә, уҡытыусылар араһында инспекторҙың исеме оло ихтирам менән телгә алына. Был уның мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн күп эштәр башҡарыуына бәйле.
 
Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Ғ.Х.Ниязбаев яңы мәктәп эшенә тейешле йүнәлеш биреүе, уны яҡшы ойоштороуы, мәғариф эштәрен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүе менән бер рәттән, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Уның «Көслөләр һәм көсһөҙҙәр» («Брәдаран Ғәлимовтар»), «Беренсе таң» драмалары сәхнәлә ҙур уңыш менән бара. Быларҙан тыш, ул «Ҡараңғы төндәр», «Башҡортостан тормо¬шона ғаъид» («Гөлбоҫтан»), «Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш» тигән пьесаларын да яҙа.