Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
|викисклад =
}}
'''Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (1884-1920)''' — Күренекле педагог һәм яҙыусы. Ул барлыҡ ғүмерен халҡыбыҙҙың аң-белем, мәҙәни кимәлен күтәреүгә бирә. Милләте - [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
30 юл:
1905- 1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһын Ғ.Х.Ниязбаев шатланып ҡаршылай, азатлыҡ өсөн көрәштә ярайһы ғына ҡатнаша. Уның шәхес булып үҫеп етеүендә мәғрифәтселек идеялары, алдынғы демократик ҡараштар хәл иткес әһәмиәткә эйә була.
 
Яҡты идеялар менән рухланған Ғ.Х.Ниязбаев, революция күтәрелеше баҫыла төшһә лә, үҙенең алдынғы ҡараштарынан баш тарт¬майтартмай. Был ваҡытта ул Ҡазан уҡытыусылар мәктәбендә уҡый, йәш шәкерттәр хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм бер аҙ ваҡыт ултырып та сыға.
 
Ғ.Х.Ниязбаев тыуған яғына ҡайтып, барлыҡ һәләтен халыҡ араһында аң-белем таратыуға бирә. Мәҙәниәт үҫешендә, аң-белемде күтәреүҙә ул халыҡты артта ҡалғанлыҡтан, ҡараңғылыҡтан сығарыу юлдарын күрә, милли мәктәптәрҙә уҡытыуҙы яйға һалыуҙы мөһим сара тип иҫәпләй.
 
Ғ.Х.Ниязбаев мәктәптә балалар уҡыта, тәжрибә туплай. Алдынғы педагогик ҡарашлы хеҙмәткәр яңы властың мәғариф эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул 1919 йылдың декабрендә Башҡортостан халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Стәрлетамаҡта үткәрелгән I съезында делегат була, Башҡортостан хөкүмәтенең мәктәптәр асыуға, дөйөм наҙанлыҡты бөтөрөүгә ҙур көс һалыуы менән үҙенең күптәнге хыял¬дарыныңхыялдарының тап килеүен күреп шатлана, яңы ижади пландар ҡора, хеҙмәт дәрте менән педагогик эшмәкәрлеген йәнләндереп ебәрә.
 
Был йылдарҙа Ғәбделрәүеф Хәким улы Ниязбаев Башҡортостан¬дың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантон халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Кантондың алыҫ төбәктәрендә уның байтаҡ яңы мәктәптәр асыуы, уларҙың эштәрен яйға һалыуы, уҡытыусыларға ҙур ярҙам күрһәтеүе, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өсөн курстар асыуы һәм уларға етәкселек итеүе киң билдәле. Мәктәптәрҙә, уҡытыусылар араһында инспекторҙың исеме оло ихтирам менән телгә алына. Был уның мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн күп эштәр башҡарыуына бәйле.