Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К.А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, Туҡ-Соран кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.
 
1924 йылдың баштарында К.А.Иҙелғужин Мәскәүҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Россия съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайт¬ҡасҡайтҡас, Арғаяш кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. 1925 йылда ул «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә - гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проб¬лемаларпроблемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
 
1928 йылда Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Илдә һәм республи¬кала дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреүҙе индерергә әҙерлек башлана. Әммә бының өсөн кәрәкле шарттар етерлек түгел. Уҡытыусылар аҙ, мәктәп биналары насар. Мәғариф Халыҡ Комиссариаты¬нан, уның урындағы органдарынан уҡытыусылар әҙерләү, мәктәп биналары табыу буйынса ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап ителә. Яңы педагогия техникумдары, уларҙың эргәһендә педагогик курстар асыла, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороу саралары күрелә. Был айырыуса ауыр һәм мөһим бурыстарҙы үтәүҙә мәғариф халыҡ комиссары күп көс түгә.
 
1931- 1934 йылдарҙа К.А.Иҙелғужин Ленинградта ғилми-тикше¬ренеүтикшеренеү педагогия институты аспирантураһында уҡый. Уны тамамла¬ғандантамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педа¬гогика институты ойоштороу һәм асыу эшенә тотона, уның директор урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара.
 
Шулай ҙа нығый барған Совет власы элекке дошмандарын тыныс ҡалдырмай. 1936 йылдың сентябрендә К.А.Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. 1937 Йылдың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла:атырға! Башҡорт халҡының данлы улдарының береһе - Кәрим Абдулла улы Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә өҙелә.