Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ишбаев (фекер алышыу | өлөш) әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ишбаев (фекер алышыу | өлөш) әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
31 юл:
Был осорҙа Башҡортостанда сәйәси хәл бик ҡатмарлы була. Берәүҙәр Башҡортостан автономияһын яҡлап көрәшә, икенселәр уға ҡаршы сығыш яһай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шулваҡытта баш күтәреүселәр менән һөйләшеү өсөн Темәскә делегация ебәрелә. Уның составында К.А.Иҙелғужин да була.
Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К.А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, Туҡ-Соран кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.
1924 йылдың баштарында К.А.Иҙелғужин Мәскәүҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Россия съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайт¬ҡас, Арғаяш кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. 1925 йылда ул «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә - гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проб¬лемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен
Шулай ҙа нығый барған Совет власы элекке дошмандарын тыныс ҡалдырмай. 1936 йылдың сентябрендә К.А.Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. 1937 Йылдың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла:атырға! Башҡорт халҡының данлы улдарының береһе - Кәрим Абдулла улы Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә өҙелә.
== Әҫәрҙәр ==
|