Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
 
Илфак Смаков [[196? йыл]]дан башлап, ғүмеренең азағына тиклем [[Башҡортостан дәүләт филармонияһы]]ндә эшләй. Йырсының концерт репертуарында [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары бик күп. Ул [[Башҡортостан]]дың ғына түгел, илебеҙҙең күп республика, край һәм өлкәләрен үҙенең бай һәм үҙенсәлекле концерт программаһы менән урап сыға. Илфак Смаков башҡарыуындағы «Еҙ ҡыңғырау моңдары», «Зимфирәкәй», «Һин ҡайтманың», «Ел, ерәнем», «Былбылым», «Тыуған илем», «Һиндер ул, тип уйланым», «Дуҫтарыңды онотма», «Әҡлимә», «Әйткән инең», « Аҡ пароход», «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов музыкаһы), «Һиңә тағын мин бер киләм әле» (Назар Нәжми шиғыры, Рим Хәсәнов музыкаһы) кеүек тиҫтәләрсә популяр йырҙары татар һәм башҡорт йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән.
 
== Ғаиләһе ==
Илфак Мөжип улының ҡатыны Асия Смакова ла йырсы - Башҡортостандың халыҡ артисы. Смаковтар күп йылдар дуэт менән сығыш яһаны.
 
== Маҡтаулы исемдәре ==