Солтанов Абдулла Афзал улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
[[]]
Бейеш
32 юл:
Солтанов Абдулла Афзал улы Учалы районы элекке Ленин исемендәге колхозының малсыһы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе булып эшләгән). Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
 
Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: ”[[Урал (йыр)|Урал]]”, ”[[Буранбай (йыр)|Буранбай]]”,”[[Йәмәлекәй тауы]]”, ”[[Уйыл]]”, ”[[Сибай (йыр)|Сибай]]”, ”[[Ғайса ахун]]”, ”[[Илсе ғайса]]”, ”[[Бейеш (йыр)|Бейеш]]”, ”[[Әрме]]”, ”[[Ҡаһым түрә (йыр)|Ҡаһым түрә]]”, ”[[Шәүрә]]”, ”[[Сәлимәкәй]]”, ”[[Томан (йыр)|Томан]]”, ”[[Ғилмияза]]” һәм башҡалар бар. [[Һамар]], [[Ульяновск]], [[Мәскәү]] сәхнәләрендә, [[Германия]], [[Португалия]] һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары [[«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы]], [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты]]ның фольклор кабинеты, [[Өфө дәүләт сәнгәт институты]], ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендә Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.
 
Абдулла Солтанов – үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтөн Рәсәй конкурсы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992).