Аллаяров Ғәзим Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

журналист, яҙыусы, партия органдары хеҙмәткәре
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Аллаяров Ғәзим Закир улы''' (1912 йылдың 19 декабре, Ырымбур губернаһы Верхне…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

12:03, 4 ғинуар 2015 өлгөһө

Аллаяров Ғәзим Закир улы (1912 йылдың 19 декабре, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ураҙ ауылы - 1993 йылдың 24 декабре, Өфө) - башҡорт яҙыусыһы.


Тормошо

  • Аллаяров Ғәзим Закир улы 1912 йылдың 19 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ураҙ ауылында тыуа.
  • 1934-1935 йылдарҙа Учалы МТС-ының сәйәси бүлеге секретары, "Ударсы" гәзите хеҙмәткәре.
  • 1939-1941 йылдарҙа Ҡыйғы районының "Социализмға" гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары.
  • 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, танкист була.
  • 1945-1948 йылдарҙа,демобилизацияланғандан һуң, КПСС-тың Ҡыйығы район комитетының партия кабинеты мөдире.
  • 1949 йылдан алып Ҡыйғы, Матрай, Мәләүез район комитеттарының 2-се, 3-сө секретары.
  • 1955-1962 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалыы район комитетының 1-се секретары.
  • 1962-1970 йылдарҙа Бәләбәй район комитетының 1-се секретары.
  • 1993 йылда Өфөлә вафат була.


Ижады

"Бер юлдан" тигән тәүге китабы 1965 йылда донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һәм тыл хеҙмәтсәндәре тормошон һүрәтләүсе "Хинган тауҙары аша" (1975), "Утлы ҡойон эсендә" (1978) повестары очерк характерында, йәғни документаль әҫәрҙәр. "Үргә табан" (1967), "Һынау" (1970), "Ай урағы" (1990) китаптарының темаһы - һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдың көндәлек тормошо. "Алһыу таңдар атҡанда" (1985) повесы 30-сы йылдар комсомолдарына - Магнитогорск ҡалаһын төҙөүселәргә арнала.


Ордендары

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966).


Әҫәрҙәре

  • Бер юлдан. Өфө, 1965.
  • Үргә табан. Өфө, 1967.
  • Һынау. Өфө, 1970.
  • Хинган тауҙары аша. Өфө, 1975.
  • Шифалы ямғыр: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1977.
  • Утлы ҡойон эсендә. Өфө, 1978.
  • Ер һулышы: повестар. Өфө, 1983.
  • Алһыу таңдар атҡанда. Өфө, 1985.
  • Ырыҫлы ер. Өфө, 2013.


Сығанаҡтар

  • Ғәлиева Г. "Ырыҫлы ер" ҡалдырҙы // Башҡортостан, 2013 йыл, 27 июль.