Аят әл-Курси — версиялар араһындағы айырма

== Мәғәнәһе ==
Бисмиллаһир-рахманир-рахим
Ләғнәтле шайтан ҡотҡоһонан Аллаһҡа һыйынам.
Рәхимле һәм Рахманлы Аллаһ исеме менән!
Аллаһ – Ул тере һәм мәңге, Унан башҡа илаһ юҡ.
Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай.
Күктәрҙә һәм ерҙә булған бар нәмәләр – Уныҡы.
Уның рөхсәте булмай тороп, кем Уның алдында үҙен
йә бүтән берәүҙе яҡлаша алһын?
Был кешеләргә тиклем ни булғанын да һәм уларҙан
һуң ни буласағын да Ул белә,
Ә кешеләр Уның белеменән
тик Ул рөхсәт иткәнде генә аңлай алыр.
Уның тәхете күктәрҙе һәм ерҙе биләй,
Бөтә был нәмәне һаҡлау Уға ауыр түгел,
һәм Ул – Бөйөк, Олуғ
 
Ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы зат юҡ, мәгәр Аллаһы тәғәлә генә; ғибәҙәт ҡылыу Уға ғына тейеш. Ул-мәңге тере, мәхлүҡтәрҙе һаҡлау һәм алдын күреү менән ҡаим (тороусы). Уны йоҡомһорау тотмаҫ һәм Уны йоҡо алмаҫ. Күктәрҙә һәм ерҙәрҙә булған нәмәләр [[Аллаһ]]ы тәғәләнекелер. Аллаһы тәғәлә ҡаршыһында Ҡиәмәт көнөндә кем шәфәғәт ҡылыр , йәғни һис кем шәфәғәт ҡыла алмаҫ.Мәгәр Аллаһы тәғәләнең рөхсәте менән генә шәфәғәт ҡылыр. Аллаһы тәғәлә күктәр һәм ерҙәр әһеленең алдында булған нәмәне, йәғни ошо донъя эштәрен , йәнә уларҙың арттарында буласаҡ нәмәне, йәғни ахирәт эштәрен белә.Улар һис бер нәмәне Аллаһы тәғәләнең мәғлүмәтенән сорнап алмаҫтар, йәғни күктәрҙә һәм һәм ерҙә булған мәхлүҡтәр Аллаһы тәғәлә белгән нәмәләрҙән һис бер нәмәне белә алмаҫтар. Мәгәр Аллаһы тәғәлә теләгән нәмәне генә белерҙәр. Аллаһы тәғәләнең Курсийе (тәхете) күктәрҙе һәм ерҙе һыйҙырҙы, сорнап алды.Күктәрҙе һәм ерҙе һаҡлау Аллаһы тәғәләгә ауыр булмаҫ. Хыялдар Уға өлгәшеүҙән Аллаһы тәғәлә бөйөк һәм зиһендәр Уны уйлауҙан олуғ, йәғни Аллаһы тәғәлә аҡылдар һәм аңдар етешеүҙән юғары.
== Баҫма өлгөһө ==
[[Файл:Аят әл Курси.jpg]]
27 165

үҙгәртеү