Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
== Тормошо ==
Муса Ғәтиәтулла улы Смаҡов [[1885]] йылда [[Өфө губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Мәләүез районы]]) [[Смаҡ]] ауылында хәлле башҡорт ғаиләһендә тыуа. Өфөлә "Ғалиә" мәҙрәсәһен тамамлай. Мөғәллимлек итә. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм уны етәкләүсе шәхестәрҙең береһенә әүерелә. I, II һәм III [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|Бөтә Башҡорт ҡоролтайҙарын]] ойоштороп үткәреү эштәрендә ҡатнаша.
 
* [[1917]] йылдың авгусынан - Башҡорт Үҙәк Шураһы ағзаһы. [[1917]] йылдың ноябренән Башҡорт Хөкүмәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итә.
* [[1917]] йылдың ноябрендә [[Кесе Ҡоролтай]] делегаты итеп һайлана.
* [[1918]] йылда [[Арғаяш кантонындакантоны]]нда Башҡортостан Хөкүмәте уполномоченныйы булып эшләй. [[1918]] йылдың октябрь-декабрендә Ваҡытлы Себер Хөкүмәте полковнигы Велес күрһәтмәһе буйынса Х.Ҡ. Ҡушаев һәм башҡалар менән бергә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртыла.
* [[1919]] йылда Башҡорт хәрби-революцион комитетында эшләй.
* [[1920]] йылдың декабрендә Муса Смаҡов Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы була.
* [[1930]]-сы йылдарҙа Өфөлә "Южураллес" тресында эшләй. [[1936]] йылда репрессияға эләгә. Реабилитациялана. Муса Смаҡовтың артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
 
== Хеҙмәте ==