Тәмәке (үҫемлек): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
.
50 юл:
Тәмәкенең кешегә зыян килтереүе арҡаһында һуңғы йылдарҙа уға ҡаршы көрәш киң йәйелдерелде. Был эшкә табиптар, ғалимдар ғына түгел, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ойошмалар ҙа ҡушылды. Хатта 1980 йылды [[Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы]] (ВОЗ) Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш йылы тип иғлан итте. Көрәш Рәсәйҙә генә түгел, ә тотош донъя күләмендә алып барыла. Ләкин тартыусылар, тәмәкенең зыянын аңлап, үҙҙәре үк был көрәшкә ҡушылмаһа, ул уңышһыҙ тамамланасаҡ.
 
Тәмәкенең зарары нимәлә сағыла һуң? Бик күп тикшеренеүселәрҙең иҫбат итеүенсә, тәмәкелә бик көслө ағыулы матдәләр бар: [[мышаяҡ]], [[синиль кислотаһы]], [[углерод окисе]] (һөрөм газы), [[метил алкоголе]], [[акролин]], [[бензоперин]] һәм башҡалар. Был ағыуҙарҙың хәүеф янауын түбәндәге тәжрибәләр иҫбат итә. Мәҫәлән, синиль кислотаһының 7 тамсыһы атты үлтерә, ә егерме папиростағы [[никотин]] кешенең ғүмерен өҙөргә мөмкин.
 
== Һылтанмалар ==