Фекерләү (психология): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Әҙәби телгә күсерҙем
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:Almeida Júnior - Moça com Livro.jpg|thumb|''Китап уҡыусы ҡыҙ'' [[Хосе Ферраз-де Алмейда Жуниор]]]]
'''Фекерләү''' — тирә-яҡ мөхиткә шартһыҙ мөнәсәбәт нигеҙендә моделлештереү процессы <ref>[http://psi.webzone.ru/st/060700.htm Мышление в психологическом словаре]</ref>. Психологияла башҡа төшөнсәләр ҙә бар.
 
== Өйрәнеү тарихы ==
Фекерләү — кеше [[мейе]]һенең функцияһы. Фекерләү — объектив ысынбарлыҡты сағалдырыу процессы. Был яҡтан ҡарағанда, фекерләү — объектив күренеш. Ләкин фекерләү һәр айырым кешенең [[Ер]] планетаһында барлыҡҡа килеүен эволюцион теория нигеҙендә кешенең мейеһендә башҡарыла бит. Шунлыҡтан һәр индивид фекерләүҙең субъекты булып ҡарала. Дөрөҫ, бының өсөн индивидҡа һөләм теле, төшөнсәләр, логик һөйләү саралары менән ҡоралланған булыу кәрәк. Ә былар, барыһы ла, индивид тарафыннан ижтимағи тәжрибә (практика) шарттарында ғына үҙләштерелә ала. Тимәк, фекерләү — ижтимағи һәм тарихи күренеш. Кеше иейеһенең эшсәнлеге тураһындағы барлыҡ ғилми хеҙмәттәр рефлектор (рефлекстар) теорияһына нигеҙләнгән. Уны башлап ебереүсе бөйөк француз физигы һәм философы [[Рене Декард|Декарт]] (XVII быуат) була. Был теория һуңыраҡ XVIII быуатда A. Галлер, Й. Прохаска, Ч. Белл һ. б. ғалимдәр тарафынан яңы тәжрибәләргә нигеҙләп үҫтерелә төшә. Ләкин был йүнәлештә ысын асышты XIX быуаттың бөйөк рус ғалимы [[Сеченов Иван Михайлович|И. M. Сеченов]] яһай. Үҙенең «Баш мейеһенең рефлекстары» (1863) тигән хеҙмәтендә ул рефлекстарҙың, ғөмүмән рефлектор принциптың, универсаль әһәмиәткә эйә булғанлығын иҫбат итә. Сеченовтан һуң рефлексология киңерәк һәм тирәнрәк өйрәнелә башлай, уның күп төрлөлөгө нигеҙендә тейешле классификациялар эшләнә.
 
== Эксперименталь тикшереүҙәр ==
[[Файл:I.P.Pavlov by Repin.jpg|thumb|left|150px|[[Павлов Иван Петрович|{{nobr|И. П. Павлов}}]] — академик, лауреат [[Нобель премияһы]] лауреаты; уның мәктәбе фекерләү процессын өйрәнә]]
Ошо ҡаҙаныштарға таянып, [[Павлов Иван Петрович|И. П. Павлов]] (XIX-XX быуаттар) шартлы һәм шартһыҙ рефлекстар күренештәрен аса, уларҙың һәр икесенең дә баш мейе (уның ҡабыҡ һәм ҡабыҡ аҫты ҡатламдары) менән бәйле икәнлеген дәлилләй. И. П. Павловның иҫбатлауы буйынса, нервтың юғары баҫҡыстағы эшсәнлегенең нигеҙен [[шартлы рефлекс]] тәшкил итә. Улар һоро матдәнән торған ҡабыҡ эсендә башҡарылалар. Ләкин был процесста ҡабаҡ аҫты ҡатламы ла ҡатнашмай ҡалмай. Шуныһы ла бар: кеше мейеһендәге шартлы рефлекстар [[шартһыҙ рефлекстар]]ға ҡарағанда өҫтөнлөк алып торалар. Әсәнән тыуған индивид үсә барған һайын [[ысынбарлыҡ]] шарттарына күнегә бара, шуға шартлы рефлекстарҙың өлөшө ғөмөми баланста ла арта бара. Ул ғына ла түгел, индивидтың тәжрибәһе артҡан һайын (һәм ошо нигеҙдә), шартлы рефлекстар камиллашә бара. Ябай тел менән әйткәндә, индивид үҙен солғап алған шарттарға яраҡлашҡандан-яраҡлаша бара. Академик И. П. Павлов ошо шартлы рефлекстар механизмын сигналдар системаһы тигән төшөнсә арҡыры аңлата. Уның ҡарашынса, был система ике төрҙән тора: беренсе сигнал системаһы һәм икенсе сигнал системаһы. Уларҙың беренсеһе [[кеше]]ләргә лә, шулай ук [[хайуандар]]ға ла хас. Юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың нигеҙен шартлы рефлекстар тәшкил итә. Икенсе сигнал системаһы — һөләм теле. Ул фәҡәт кешеләргә генә хас. Шартлы һәм шартһыҙ рефлекстарҙың функцияларын тулыраҡ аңлау өсөн, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, кеше мейеһенең эске төҙөлөшөнә, структураһына туҡталырга кәрәк.
=== Кеше мейеһенең төҙөлөшө ===
Кеше мейеһе, башҡа йән эйәләренең мейеләнән айырмалы булараҡ, үҙенең күләме һәм массаһы яғынан шаҡтай айырыла. Ул бер-береһенә нерв ептәре менән бәйләнгән ике ҙур ярым шарҙардан тора. Кеше баш мейеһенең ауырлығы уртаса 1470 г, ә күләме 1456 см3 һанала. Әлбиттә, кеше мейеһенең күләме һәм массасы абсолют яҡтан алғанда, кит балығы һәм фил мейелеренән кәмерәк, ләкин нисби яҡтан ҡарағанда, шаҡтай артығыраҡ. Шартлы берәмектәрҙән сығып төрлө хайуандарҙың мейе массалары түбәндәгесә характерлана: маймыл — 4 ш. б., дельфин — 16, кеше — 32 ш. б. <ref>БСЭ.— T. 7.- M., 1972.— C. 64</ref>. Кеше мейеһенең тағы бер үҙенсәлеге бар. Ул да булһа — уның өҫтө төрлө йыйырсыҡтар, бураҙналар менән ҡапланган. Улар кеше мейеһенең ғөмөми өҫлөгө майҙанын киңәйтәләр. Мейенең ҙур ярым шарҙары 1—5 мм ҡалынлыҡтағы һоро матдәле ҡабыҡтан тора. Ошо ҡабыҡ (рус. — корка) эсендә 14 млрд самаһы нейрон (күҙәнәк) иҫәпләнә. Улар үҙ-ара шулай ук арҡа мейеһе менән нескә сүстәр аша тоташҡан. Ҡабыҡ аҫтында — аҡһыл матдә ҡатламы— «ҡабаҡ аҫты» (рус. — подкорка) тип атала ла. Ошо ике ҡатламдың һәр ҡайһыһының үҙенең функцияһы бар. Һоро матдә (ҡабыҡ) ҡатламы шартлы рефлекстарҙы ҡабул итә торған булһа, аҡһыл матдә (ҡабаҡ аҫты) ҡатламы шартһыҙ рефлекстарҙы (мәҫәлән, инстинкттарҙы) ҡабул итә. Мейенең эшсәнлеге нерв остары (рецепторҙар) арҡылы хәл ителә. Әйтәйек, ниндәйҙер [[тауыш]]ты [[ҡолаҡ]] эсендәге ишетеү нервылары ҡабул итә, [[яҡтылыҡ]]ты — күреү нервылары, еҫте — еҫ һиҙеү нервылары һ. б. Улар, рецепторҙар булараҡ, алынған мәғлүмәтте сүстәр аша мейегә (уның тейешле бүлемтектәренә) тапшыралар. Мейе иһә, конкрет мәғлүмәтте алып, шуның нигеҙендә нерв остарына йәки рецепторҙарға үҙенең командаларын ирештерә. Көслө яҡтылыҡтан күҙ ҡабаҡтарының шунда ук йомолоп китеүе, ҡайнар үтеккә тейгән бармаҡты кинәт кире тартып алыу һәм башҡа шундай реакциялар — ана шундай командалар нәтижәһе. Ләкин кеше мейеһенең эшсәнлеге бындай тышҡы хистәргә нигеҙләнгән акттарга ғына ҡайтып ҡалмай.
Юл 16 ⟶ 19:
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
 
[[Категория:Фекерләү]]
[[Категория:Психология]]