Аҡыл — версиялар араһындағы айырма

2 байт өҫтәлгән ,  5 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("'''Аҡыл''' ({{lang-grc|νοῦς}}) — кешенең аңлау һәм анализлау һәләте; кешенең фекер й…" исемле яңы бит булдырылған)
 
'''Аҡыл''' ({{lang-grc|νοῦς}}) — [[кеше]]нең аңлау һәм анализлау һәләте; кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте<ref>Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамит�динова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б. ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) ISBN 978-5-295-05388-7</ref>.
[[File:Descartes mind and body.gif|thumb|200px|right|[[Рене Декарт]] аҡыл һәм тән дуализмын һүрәтләй.Предметтар башта һиҙеү органдарына эләгә, унан һуң гипофизға, шунан һуң ғына материаль бeлмаған рухҡа әйләнә.<ref name="Descartes1641">Descartes, R. (1641) ''Meditations on First Philosophy'', in ''The Philosophical Writings of René Descartes'', trans. by J. Cottingham, R. Stoothoff and D. Murdoch, Cambridge: Cambridge University Press, 1984, vol. 2, pp. 1-62.</ref>]]
 
'''Аҡыл''' ({{lang-grc|νοῦς}}) — [[кеше]]нең аңлау һәм анализлау һәләте; кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте<ref>Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамит�динова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б. ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) ISBN 978-5-295-05388-7</ref>.
 
Аҡыл [[материя]]ның миллионлаған йылдар дауамында барлыҡҡа килгән бары тик кеше (homo sapiens) төрөнә генә «бирелгән», уға ғына хас күренеш. Кешелек донъяһы был сифатты юғалтмаясаҡ. Кеше уның ярҙамында яһалма аҡыл (төрлө компьютерҙар) тыуҙыра ала, ләкин яһалма аҡыл һис-ҡайсан да тарихи процесс нәтижәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи аҡылды алмаштыра алмаясаҡ. [[Яһалма аҡыл]] кешенең математик, инженерия һ.б. шундай интеллектыуаль һәләттәргә эйә булған ҡиммәттәрҙе тыуҙырырға һәләтле булһа ла, ысын, тәбиғи рәүештә тыуа торған хистәргә, тойғоларға эйә була алмаясаҡ. Аҡыл теге йәки был индивидта булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Конкрет индивид тыумыштан уҡ мәхрүм булырға мөмкин. Йә иһә теге йәки был сәбәп (ҡаты стресс, тирән кисерештәр, баш мейеһенән яраланыуы һ. б.) нәтижәһендә индивид аҡылын юғалтырға, аҡылдан яҙырға мөмкин.
 
Аҡыл термины башҡа мәғәнәлә лә ҡулланылырға мөмкин. Аҡыл ул — кешенең тирә-йүндәге предметтарға, күренештәргә, ваҡиғаларға, процесстарға тейешле анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алыу һәләте. Ошо һәләт булғанда уның эйәһен «аҡыллы» тип атайҙар, теге йәки был ваҡиғаларға, күренештәргә дөрөҫ анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алмаусыларҙы «аҡылһыҙ» тип атайҙар.
 
== Аҡыл һәм хәтер ==
Аҡыл хәтер менән бер түгел, ул белемдәр күләме менән дә тәңгәл түгел. Һәр юғары мәктәп тамамлаған, хәтта һәр ғилми дәрәжә алған кеше лә аҡыл эйәһе тигән һүҙ түгел әле. Аҡыллы, йәғни күренештәргә дөрөҫ анализ яһарға һәләтле кеше, юғары мәктәп бөтөрмәгән дә булырға мөмкин, сөнки һуңғылар араһында дыуамаллы (аҡылһыҙлык сифатындағы) кешеләр ҙә осорай. Аҡыл — кешенең төрлө предметтарға, күренештәргә, процесстарға тейешле анализ яһап, уларга дөрөҫ (тейешле) бәйә бирә алу һәләте, тип әйтһәк тә, ул төрлө формала сағылырға мөмкин.