Фекерләү (психология): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"File:Almeida Júnior - Moça com Livro.jpg|thumb|''Китап уҡыусы ҡыҙ'' [[Хосе Ферраз-де Алмейда Жуниор…" исемле яңы бит булдырылған
 
4 юл:
Фекерләү — кеше [[мейе]]һенең функцияһы. Фекерләү — объектив ысынбарлыҡты сағалдырыу процессы. Был яҡтан ҡарағанда, фекерләү — объектив күренеш. Ләкин фекерләү һәр айырым кешенең Ер планетаһында барлыҡҡа килеүен эволюцион теория нигеҙендә кешенең мейеһендә башҡарыла бит. Шунлыҡтан һәр индивид фекерләүҙең субъекты булып ҡарала. Дөрөҫ, бының өсөн индивидҡа һөләм теле, төшөнсәләр, логик һөйләү саралары менән ҡоралланған булыу кәрәк. Ә былар, барыһы ла, индивид тарафыннан ижтимағи тәжрибә (практика) шарттарында ғына үҙләштерелә ала. Тимәк, фекерләү — ижтимағи һәм тарихи күренеш. Кеше иейеһенең эшсәнлеге тураһындағы барлыҡ ғилми хеҙмәттәр рефлектор (рефлекстар) теорияһына нигеҙләнгән. Уны башлап ебереүсе бөйөк француз физигы һәм философы [[Рене Декард|Декарт]] (XVII быуат) була. Был теория һуңыраҡ XVIII быуатда A. Галлер, Й. Прохаска, Ч. Белл һ. б. ғалимдәр тарафынан яңы тәжрибәләргә нигеҙләп үҫтерелә төшә. Ләкин был йүнәлештә ысын асышты XIX быуаттың бөйөк рус ғалимы [[Сеченов Иван Михайлович|И. M. Сеченов]] яһай. Үҙенең «Баш мейеһенең рефлекстары» (1863) тигән хеҙмәтендә ул рефлекстарҙың, ғөмүмән рефлектор принциптың, универсаль әһәмиәткә эйә булғанлығын иҫбат итә. Сеченовтан һуң рефлексология киңерәк һәм тирәнрәк өйрәнелә башлай, уның күп төрлөлөгө нигеҙендә тейешле классификациялар эшләнә.
== Эксперименталь тикшереүҙәр ==
[[Файл:I.P.Pavlov by Repin.jpg|thumb|left|150px|[[Павлов Иван Петрович|{{nobr|И. П. Павлов}}]] — академик, лауреат [[Нобель премияһы]] лауреаты; уның мәктәбе фекерләү процессын өйрәнә]]
Ошо ҡаҙаныштарға таянып, [[Павлов Иван Петрович|И. П. Павлов]] (XIX-XX быуаттар) шартлы һәм шартһыҙ рефлекстар күренештәрен аса, уларҙың һәр икесенең дә баш мейе (уның ҡабыҡ һәм ҡабыҡ аҫты ҡатламдары) менән бәйле икәнлеген дәлилләй. И. П. Павловның иҫбатлауы буйынса, нервтың юғары баҫҡыстағы эшсәнлегенең нигеҙен [[шартлы рефлекс]] тәшкил итә. Улар һоро матдәнән торған ҡабыҡ эсендә башҡарылалар. Ләкин был процесста ҡабаҡ аҫты ҡатламы ла ҡатнашмай ҡалмай. Шуныһы ла бар: кеше мейеһендәге шартлы рефлекстар [[шартһыҙ рефлекстар]]ға ҡарағанда өҫтөнлөк алып торалар. Әсәнән тыуған индивид үсә барған һайын [[ысынбарлыҡ]] шарттарына күнегә бара, шуға шартлы рефлекстарҙың өлөшө ғөмөми баланста ла арта бара. Ул ғына ла түгел, индивидтың тәжрибәһе артҡан һайын (һәм ошо нигеҙдә), шартлы рефлекстар камиллашә бара. Ябай тел менән әйткәндә, индивид үҙен солғап алған шарттарға яраҡлашҡандан-яраҡлаша бара. Академик И. П. Павлов ошо шартлы рефлекстар механизмын сигналдар системаһы тигән төшөнсә арҡыры аңлата. Уның ҡарашынса, был система ике төрҙән тора: беренсе сигнал системаһы һәм икенсе сигнал системаһы. Уларҙың беренсеһе [[кеше]]ләргә лә, шулай ук [[хайуандар]]ға ла хас. Юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың нигеҙен шартлы рефлекстар тәшкил итә. Икенсе сигнал системаһы — һөләм теле. Ул фәҡәт кешеләргә генә хас. Шартлы һәм шартһыҙ рефлекстарҙың функцияларын тулыраҡ аңлау өсөн, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, кеше мейеһенең эске төҙөлөшөнә, структураһына туҡталырга кәрәк.
=== Кеше мейеһенең төҙөлөшө ===