Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
'''Ғабдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов''' (1887, 15 ғинуар — 1936) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе, “[[Башҡорт хөкүмәтенең теле]]” гәзите мөхәррире, күренекле башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе, дин эшмәкәре, энциклопедист [[Ризаитдин Фәхретдинов]]тың (1859–1936) улы. 1887 йылдың 15 ғинуарында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең (хәҙерге [[Татарстан]] Республикаһының Бөгөлмә районы) Кисеүсат ауылында тыуған.
1891 йылда ҒабдархманҒабдрахман Фәхретдиновтың атаһы [[Өфө]]гә күсеп килә, Мосолмандар диниә назаратында ҡазый булып хеҙмәт итә. 1906 йылда [[Ырымбур]] ҡалаһына күсә. «Ваҡыт» гәзитендә мөхәррир ярҙамсыһы, унан «Шура» журналы мөхәррире булып эшләй.
 
Ғабдрахман [[Өфө]] һәм [[Ырымбур]] ҡалаларында белем ала. Атаһы менән бергә «Ваҡыт» гәзите, «Шура» журналы редакцияһында эшләй. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына мобилизацияланып, Румын фронтында баш мулла булып хеҙмәт итә.
31 юл:
Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың мартынан, Ғабдрахман Фәхретдинов [[Ырымбур]] губкомы янындағы Мосолман эштәре буйынса комиссариатта эшләй. Бында ул матбуғат эштәре буйынса бүлекте етәкләй. 1918 йылдың июлендә, Ырымбур Дутовтың ҡулына күскәс, Стәрлетамаҡҡа ҡаса.
 
1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте [[Ырымбур]]ға ҡайтҡас, хөкүмәттең мәғлүмәт бүлеге мөдире итеп эшкә алына. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге сығарған «Башҡорт тауышы» гәзите менән Силәбелә баҫылған «Башҡорт» гәзите урынына берләштерелгән «Башҡортостан хөкүмәтенең телехәбәрҙәре» ({{ref-ru}} «Вестник Правительства Башкирии») гәзите сығарыла башлай. Хөкүмәт баҫмаһын сығарыу эше Ғабдрахман Фәхретдиновҡа йөкмәтелә. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, төрлө мәҡәләләр баҫыла.
 
1918 йылдың декабрендә, Дутов менән мөнәсәбәте тамам боҙолоп, Башҡорт хөкүмәте [[Ырымбур]]ҙан күсенергә мәжбүр була. Артабанғы документтарҙа Ғабдрахман Фәхретдиновтың исеме осрамай. Ул [[Ырымбур]]ҙа ҡалған, булһа кәрәк. Ул икенсе тапҡыр, Башҡорт хөкүмәтенә, дөрөҫөрәге Башревкомға, эшкә, 1919 йылдың сентябрендә төшәинә.
 
1919 йылдың 24 сентябрендә Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Сентябрь-октябрь айҙарында, [[Өфө губернаһы]] властарынан автономияға ингән башҡорт волостарын ҡабат ҡайтарыу буйынса комиссия составында эшләй. Бер үк ваҡытта, комиссар Илдархан Мутин урынына, республиканың Социаль тәьминәт комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың апреленән Башҡортостандың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы, артабан нәшриәт мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1923–1924 йылдарҙа БАССР хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе булып эшләй. Хөкүмәт ҡарарҙары, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә.