Тел (лингвистика): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
текст
1 юл:
'''Тел''' – [[аралашыу]] өсөн ҡулланылған [[символ]]дарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағиҙәләренән (йәки [[грамматика]]) торған [[система]]. Бүтән аралашыу формаларынан айырмалы рәүештә, был символдарҙы бер-береһе менән берләштереп, яңы [[мәғлүмәт]] белдерергә мөмкин.
== Тел — аралашыу сараһы ==
 
Кешеләрҙең аралашыу телендә символдар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Был өндәрҙе мәғлүмәт юғалтмайынса тиерлек яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. [[Ишара|Ишаралар]] һәм интонациялар шулай уҡ мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланыла, әммә уларҙы яҙма формаға әйләндереп булмай. Ҡайһы бер уйлап сығарылған аралашыу телдәре тулыһынса визуаль ишараларҙан тора.
Донъяла меңләгән тел бар, һәм шуларҙың кубеһенең уртаҡ үҙенсәлектәре бар ([[Универсаль Грамматика|Универсаль Грамматиканы]] ҡара).
6 юл:
Аралашыу телдәренән тыш, кешеләр шулай уҡ ҡайһы саҡта [[Эсперанто теле|Эсперанто]], [[Идо теле|Идо]], [[Интерлингва теле|Интерлингва]], [[Клингон теле|Клингон]], [[Ложбан]] телдәре, программа телдәре һәм төрлө математик формаль телдәр һымаҡ яһалма телдәрҙе ҡуллана.
 
Тел — аңлайышлы әйтелә торған тауыш билдәләренең системаһы. Ул — кешеләрҙең донъялағы предметтар һәм күренештәр тураһындағы белемдәрен башҡаларға тапшырыу ысулы. Тел фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә. Кешенең фекерләү вазифаһына хеҙмәтсел роль уйнай торған система буларак, ул фекерләүҙән башҡа тыуа ла, йәшәй ҙә алмай. Әгәр ҙә теге йәки был ауаздар ойошмаған үҙ маҡсат рәүешендә генә (йәғни конкрет фекерһеҙ) тыуҙырыла икән, кешеләр уға «мәғәнәһеҙ һүҙ» тигән бәйә бирәләр. Мәғәнәһеҙ һүҙ теҙмәләренән килеп сыҡҡан осраҡта уны, ғөмүмән, абракадабра тип атыйҙар. Ҡайһы бер кешеләр үҙләренең башында фекер юҡлыгын «һүҙ бутҡаһы» менән алыштырырға тырыша торған булыуҙар һәм ҡайһы ваҡытта билдәле бер нәтижәгә лә ирешәләр, үҙҙәре тураһында «ниндәй һүҙ оҫтаһы» тигән бәйә каҙаналар. Кешенең һөйләү стиле, уның ыҫпайлығы, мантыйҡҡаа килешлелеге әлеге кеше башындағы фекер йөрөтөлөүҙең дә тап ошо стильдә икәнлеген күрһәтә, һәм, киреһенсә, әгәр ҙә кеше үҙенең һөйләмендә буталсыҡлы мәғәнәләр ыскындыра икән, уның фекерләүе лә (һәр хәлдә, шул минуттарҙа) шундай дәрәжәлә генә булған тигән һүҙ.
 
== Сәнғәт, сәхнә, математика теле ==
----
Фән өлкәһендә эшләүселәр араһында бәхәсле бер проблема бар: кеше фекерләү процессында ысынлап та һөйләм телен (йәғни конкрет һүҙҙәр) ҡулланып ҡына эш итәме? Йә иһә теге йәки был нәмә тураһында уйлағанда һүҙһеҙ ҙә мөғамәлә итә аламы?.. Был һорауҙарға ҡырт киҫеп яуап биреү ҡыйын. Сөнки кеше, шул иҫәптән ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған индивидтар ҙа, һөйләм теленән башҡа уйлай алмай. Ләкин, беренсенән, тел һөләм теленә генә ҡайтып ҡалмай. Унан башҡа, ишара, ҡул хәрәкәттәре, ымлау теле бар. Унан бышҡа, сәнғәт, сәхнә теле кеүек (метафорик мәғәнәләргә эйә булған) телдәр ҙә бар. Икенсенән, эш унда ғына ла түгел, фекерләү, ҡағиҙә булараҡ, телһеҙ (һүҙҙәрһеҙ) ҙә башҡарылырға мөмкин. Мәҫәлән, математик үҙе алдында торған проблемаларҙы һүҙһеҙ генә, һандарҙы, [[тигеҙләмә]]ләрҙе күҙ алдында тотоу менән генә лә сисә ала. Шундай уҡ хәл инженер һәм техник, йәки слесарь-ремонтсы эшендә булырға мөмкин. Уда төп талап, машинаның (ғөмүмән, теге йәки был конструкцияның) механизмын белеү. «Сәнғәт теле»нә килгәндә, ул үҙе үк һүҙҙәрҙең мәжбүрилеген тоймай. Әйтәйек, рәссамдың буяуҙар палитраһы, композиторҙың тауыштар гармонияһы менән эш итеүе... Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан ижтимағи тормошта һөләм теленең роле һәм урыны сикһеҙ ҙур.
 
== Тел функциялары ==
Ул күп төрлө функцияларгә эйә.
* коммуникатив функция (кешеләргә аралашу чарасы хеҙмәтен үтәүсе); донъяны танып белгәнде хәтерҙә ҡалдырыу һәм уны башҡаларға ирештереү;
* номинатив функция (предметтарҙы, күренештәрҙе атау);
* эстетик функция (кешеләр аңына эстетика менән йоғонто яһау);
* магик функция (кешеләрҙең аңына дини йоғонто яһау);
* эмоциональ йоғонто функцияһы һ. б.
 
== Телде һаҡлау мәсьәләләре ==
Тел социаль-этник берлектәрҙең (милләттәрҙең, этник төркөмдәрҙең) төп билдәһе һәм, шулай уҡ уларҙың мәҙәниәтен быуындан быуынға тапшырыу сараһы ролен дә үтәй ул. Милли тел халыҡтарға үҙҙәренең патриотик хистәрен үҫтереү өсөн дә ҙур роль уйнай.
Тел бер урында тормай, ул төрлө үҙгәрештәр кисереп йәшәй. Телдең һүҙлек составы яңы һүҙҙәргә, терминдарга байый, иҫкергән һәм үҙҙәренең әһәмиәтен юғалта барған һүҙҙәр [[лексика]]нан төшеп ҡала. Телдең теге йәки был шартлар йоғонтоһонда грамматикаһында ла билдәле үҙгәрештәр булырға мөмкин. Ҡайһы бер телдәр, ғөмүмән, юҡка сығыуға дусар булалар. Милли телде һаҡлау, уның байлығын түкмәй-сәсмәй быуындан быуынға тапшыра барыу — һәр халыҡтың мөһим бурысылыр.
 
 
== Ҡарағыҙ ==
{{Commons|Language}}
* [[Грек теле]]
Юл 16 ⟶ 33:
* [[Сводеш, Моррис]]
* [[Сводеш исемлеге]]
 
== Сығанаҡтар ==
* * Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
 
[[Категория:Тел|*]]