Метаболизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
текст
2 юл:
[[Файл:ATP-3D-vdW.png|thumb|right|280px| [[Аденозинтрифосфат]] структураһы — энергия алмашыуҙа төп аралашаусы]]
Туҡланыу процессында организмға матдәлер килә. Уларҙы эшкәртеп, йәғни бик ябай өлөштәргә тарҡатып, организм тарафынан үҙлештерелеп, үҫеш өсөш төҙөлөш материалы ала. Был процесс тотороҡһоҙ барһын өсөн энергия кәрәк. Аҙыҡ энергия сығанағы булып тора. [[Матдәләр алмашыныу]]ы энергия әүереләуә менән бәйләнгән. Аҙыҡтың ҡатмарлы матдәләре ябайҙарға тиклем тарҡалыуы һәм үҙләштерелеүе энергия бүленеү менән бергә бара. Матдәләр алмашаныуҙың барлыҡ реакциялары һәм энергияның әүерелеүе реакцияны тиҙләтеүсе катализаторҙар – [[ферменттар]] ҡатнашлығында бара. Аш һеңдереү ферменттары төкөрөктә, ашҡаҙан һутында, аш һеңдереү биҙҙәренең бүлендектәрендә була.
 
=== Катаболизм ===
{{main|Катаболизм}}
''Катоболизм'' тип шәкәр, май, аминокислота кеүек ҙур молекулаларҙың тарҡалыу метаболик процессын атайҙар. Катоболизм процессында анаболизм (биосинтез) өсөн ябайыраҡ органик молекулалар барлыҡҡа килә.
Метаболизм төрө буйынса [[организм]]дарҙы энергия алыу сығанағына нигеҙләнеп классификацияларға була.
Хайуандарҙа был реакциялар ҡатмарлы органик молекулаларҙы [[углерод оксиды]] һәм һыуға тиклем тарҡатыу менән бәйле. [[Фотосинтез]]лаусы организмдарҙа – электрон күсереү энергия әүерелдермәй, был ысул энергия һаҡлау ысулы.<ref name=autogenerated1>{{cite journal |author=Nelson N, Ben-Shem A |title=The complex architecture of oxygenic photosynthesis |journal=Nat Rev Mol Cell Biol |volume=5 |issue=12 |pages=971–82 |year=2004 |pmid=15573135 |doi=10.1038/nrm1525}}</ref>
 
=== Анаболизм ===
{{main|Анаболизм}}
 
''Анаболизм'' — ҡатмарлы молекулалар биосинтезенда энергия сарыф итеп үткәрелгән метаболик процесстар. [[Күҙәнәк]] структураһына ингән ҡатмарлы молекулалар эҙмә-эҙлекле ябайыраҡ төҙөлөшлө молекулаларҙан төҙөлә. Анаболиз өс этаптан тора, һәр этабы махсус ферменттар ярҙамында башҡарыла. Беренсе этапта ябай төҙөлөшлө [[аминокислота]]лар, [[моносахарид]]тар, [[терпеноид]]тар һәм [[нуклеотид]]тар синтезлана. Икенсе этапта АТР энергияһын сарыф итеп актив формаға күсә. Өсөнсө этапта мономерҙар, [[аҡһым]], [[полисахарид]], [[май]] һем [[нуклеин кислотыһы]] кеүек ҡатмарлы молекулаларҙа берләшә.
 
== Тарихы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Метаболизм» битенән алынған