Китап (нәшриәт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
* '''Башҡортостан «Китап» нәшриәте'''нең ойошторолоу тарихы [[РКП(б)]]-ның [[1919]] йылдың 8 —11 ноябрендә [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡта]]та уҙғарылған [[1-се Бөтә башҡорт конференцияһы]]нан башлана. Был конференция үтеү менән Стәрлетамаҡта [[Башҡорт АССР-ы]]ның Башкорт дәуләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә [[Шәйехзада Бабич]], [[Дауыт Юлтый]] һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
* [[1920]] йылдың 27 авгусында [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]] башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, [[1922]] йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
* [[1924]] йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты [[марксизм-ленинизм]] классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп [[Ғәзим Касимов]], секретары итеп языусы [[Ғөбәй Дәүләтшин]] раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ [[Ғабдулла Амантай]], [[Булат Ишемғол]], [[Имай Насыри]], [[Дауыт Юлтый]] һымаҡ әҙиптәр ҙә була.