Бәрәңге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
Бәрәңге вегетатив юл менән, башлыса, бүлбеләрҙән (селекция максатында орлоҡтан) үрсетелә. Генератив юл менән үрсетелгән бәрәңгенең продуктлылығы кәм була. Үҫемлекте осонан, күҙҙәренән, шытымдан, һабағыннан да үрсетергә мөмкин. Бәрәңге бөрөләре тупраҡта 5—8°С йылылыҡ булғанда шыта башлай. Тишелеп сығыу өсөн иң уңай температура 15—20 °C, [[фотосинтез]], һабаҡ, япраҡ үҫеү, сәскә атыу өсөн 16—22 °C. Бәрәңге бүлбеләре төнгө температура 10—13 °C булғанда яҡшы үҫә. Юғары температурала (төндә 20 °C һәм унан да юғары булһа) бәрәңгенең йылылыҡ үҙлектәре боҙола. Температура -2 °C тан түбәнрәк булһа, бәрәңге үҫемлеге ҡырауҙан зарарлана. Бәрәңгенең транспирация (һыуҙа парга әйләндерү) коэффиициенты уртаса 400—500. Сәскә атыу осоронда, һабаҡтары иң ныҡ үҫеп, бүлбеләр барлыҡҡа килгән ваҡытта, бәрәңгегә иң күп дым һәм туҡландыдыу талап ителә. Бәрәңге уңышы гектарынан 200—250 ц/еннер булғанда, үҫемлек тупраҡтан 100—175 кг азот, 40—50 кг фосфор, 140—230 кг калий ала. Бәрәңге үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ, һоро урман тупрағы, кәҫле көл һымаҡ, механик составы буйынса ҡомһол, еңел һәм уртаса балсыҡлы тупраҡ ҡулай һанала.
 
[[Селекция|Селекционерҙар]] картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.
 
== Составы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бәрәңге» битенән алынған