Башҡорт уғы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл:
Яныбай Хамматов уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорттар хаҡында шул дәүерҙән килгән легенданың төбөнә төшкән һәм уны ҡайтанан тарихи фактҡа әүерелдергән «төньяҡ амурҙары» вариҫтарынан берҙән-берәүҙер, моғайын. Веймар ҡалаһы архивында булғанда, унан йөҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Шварца исемле ауылда бер тарихи уҡ һаҡланыуы хаҡында белә. Ауылға килгәс тә ул бының шаһиты була. Сиркәүҙә яҙыусыға баш бармаҡ йыуанлығындағы уҡты күрһәтәләр. Ул бер метр оҙонлоғонда, ныҡ тутыҡҡан була. Уҡ әҙип килерҙән бер ай алда ғына сиркәү башняһында торған урынынан ысҡынып төшкән. Унда элек ҡәҙимге башҡорт уғы ҡаҙалып торған. Ул сереп килеп төшкәс, урынына ошо ҡорос уҡты ҡуйғандар. Ваҡыт уны ла йәлләмәгән. Яҙыусы ауылға килгәндә ул да башняла булмаған. Әммә уны Хамматовтың күҙ алдында ҡайтанан күтәреп, элекке урынына нығытып ҡуялар. Уҡҡа ауыл халҡының мөнәсәбәтен 1980 йылда «Киске Берлин» гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәлә бер ни ҡәҙәр асыҡлай булырға тейеш. Ундағы һүрәт аҫтына «Был уҡты амурҙар түгел, башҡорт һуғышсылары атҡан» тип яҙылған була. Гәзиттең шундай аңлатма биреүендә тәрән мәғәнә бар. Шварца ауылы халҡы ла уны тиккә генә ҡәлғә архивында ҡәҙерләп һаҡламай. Уның өсөн был ҡомартҡының амурҙар атҡан уҡ булыуы ҡиммәт.
 
Ҡорос уҡ күп йылдар сиркәү манараһын биҙәп тора. 2013 йылдың сентябрендә Германияла Лейпциг ҡалаһы эргәһендә Халыҡтар һуғышы — [[Европа]]ны [[Наполеон I Бонапарт|Наполеон]] илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 200 йыллы билдәләнә. Был ваҡиғала башҡорт диаспораһы вәкилдәренән торған делегация катнаша. Делегация составында Ирек Байышев, тарихсы Рәмил Рәхимов, командир Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә «БР-ҙың «Любизар» беренсе атлылар полкы» хәрби-тарихи клубы ағзалары, режиссер һәм журналист, «Сена буйында ҡурай моңо» фильмы авторы Нәсүр Йөрөшбаев һәм башҡалар булды<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/585643/?sphrase_id=231764#ixzz3IgpMWl] Башҡорт яугиры уғының яңы күсермәһе Германияның Шварца ҡалаһы сиркәү көмбәҙен биҙәйәсәк. Башинформ]</ref>. Немец яғы, үҙ сиртында, Наполеонды еңеүҙең 200 йыллығына һәм башҡорт яугирҙәренең сит ил походтарында ҡатнашыуы хөрмәтенә ҡорос уҡты алтынға алыштырырға ҡарар итте<ref>В городке Шварц, область Тюрингия Германия проходит реконструкция церкви где в куполе находится железная копия стрелы башкирского воина. При реконструкции немецкая сторона решила заменить копию железной стрелы на золотую. Данная цель связанна с 200 летием увековечевании победы союзных войск над Наполеоном и участии башкирского народа в заграничном походе</ref><ref>[http://www.lubizar.ru/news/rekonstrukciya-cerkvi-v-g-shvarc Реконструкция церкви в г. Шварц]</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт_уғы» битенән алынған