Бөйөк Кир II: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
44 юл:
[[Геродот]]тың яҙмаларына ышанһаҡ, Кирҙың әсәһе мидия батшаһы [[Иштувегу|Астиага (Иштувегу)]] ҡыҙы Мандана, күрәҙәселәр әйтеүе буйынса, ул донъя башлығы буласаҡ малай табырға тейеш була. Шуға күрә лә Астиаг был хәлде булдырмаҫ өсөн, уны мидия кешеһенә бирмәйенсә, бер фарсыға кейәүгә бирә. Шулай ҙа бәләләрҙән ҡасыу өсөн, ауырлы ҡыҙын ул үҙенә саҡыра. Ир бала тыуғас, уны юҡҡа сығарырға теләй. Ул был эште сановнигы [[Гарпаг]]ҡа үтәрнә ҡуша. Ә Гаопаг уны үлтермәй, Астиагтың ҡолдарының береһенә, бер көтөүсегә бирә һәм баланы тау башына йыртҡыстар күп булған ергә ташларға ҡуша. Ул уны үҙенең өйөнә алып ҡайта, сөнки уның ҡатыны үле бала тыуҙырған булған. Атай-әсәй булараҡ улар батша балаһын тәрбиәләргә, ә үлгән бала мәйетен тау башына алып менеп ташларға килешәләр. Батша балаһының һәйбәт кейемдәрен кейендереп, тауға ташлайҙар. Шунан һуң улар Гарпагҡа барыһы ла эшләнде тип еткерәләр. Гарпаг үҙенең ышаныслы кешеләрен тауға ебәрә һәм бала мәйетен ерләргә ҡуша. Ышаныслы кешеләре шулай эшләйҙәр. Гарпаг быға ышана.Әммә был теге үлгән бала була. Шулай итеп Кирҙың бала сағы батша ҡолдары араһында үтә.<ref>[http://ancientrome.ru/antlitr/t.htm?a=1269019585#108 ''Геродот''. История. Книга I «Клио», § 108—113]</ref>
 
Малайға ун йәш тулғанда , малайҙар менән һуғыш уйыны уйнаған саҡта батша булып һайлана. Тик быға мидияның бик билдәле кешеһенең улы риза булмай. Кир уны туҡмап язя бирә. Туҡмалған баланың атаһы Астигҡа уның улын ҡол балалары туҡмай , тип ошаҡлай. Бала Астигҡа хөкөм ҡарары алыр өсөн килтерелә. Астиг майлайҙы күргәс тә шиккә төшә. Сөнки был балала уларҙың нәҫеленә оҡшаш яҡтарын таба. Баланың ата-әсәһен ҡурҡытып дөрөҫлөктө әйттерәләр. Гарпаг ҡаты хөкөмгә тарттырыла: уны төшкө ашҡа Кир менән йәштәш булған балаһының ите бирелә. Аҙаҡ Астиаг тағы ла күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итә. Күрәҙәселәр алдан әйткән юрау булған инде. Уны балалар донъя батшаһы итеп һайлағандар. Элекке юраусылар ошоно юрағандар, тиҙәр. Астиг быға ышана һәм баланы фасы иленә, ата-әсәһенә кире ебәртә.<ref>[http://ancientrome.ru/antlitr/t.htm?a=1269019585#114 ''Геродот''. История. Книга I «Клио», § 114—121]</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөйөк_Кир_II» битенән алынған