Бөйөк Кир II: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
[[Файл:Median Empire ru.svg|thumb|500px|right|Ахеменидтар державаһы барлыҡҡа килгән осорҙа Лидия, Египет, Мидия һәм Яңы вавилон батшалығы ]]
Кирҙың тыуыу датаһы теүәл билдәләнмәгән. [[б.э.т. 600 йыл|600]] дан [[б.э.т. 590 йылғаса| б.э.т. 590 йылғаса.]] йылдар арауығында тыуған тип иҫәпләнелә. Уның бала сағы һәм ү:мер йылдары тик легендалар аша ғына таныш. Тик уларҙың һәр береһе башҡаларына ҡаршы килә. Грек тарихсыһы [[Ксенофонт]] [[б.э.т.V быуат.|б.э.т. V быуатта]] уҡ шулай тип яҙып ҡалдырған.
[[Геродот]]тың яҙмаларына ышанһаҡ, Кирҙың әсәһе мидия батшаһы [[Иштувегу|Астиага (Иштувегу)]] ҡыҙы Мандана, күрәҙәселәр әйтеүе буйынса, ул донъя башлығы буласаҡ малай табырға тейеш була. Шуға күрә лә Астиаг был хәлде булдырмаҫ өсөн, уны мидия кешеһенә бирмәйенсә, бер фарсыға кейәүгә бирә. Шулай ҙа бәләләрҙән ҡасыу өсөн, ауырлы ҡыҙын ул үҙенә саҡыра. Ир бала тыуғас, уны юҡҡа сығарырға теләй. Ул был эште сановнигы [[Гарпаг]]ҡа үтәрнә ҡуша. Ә Гаопаг уны үлтермәй, Астиагтың ҡолдарының береһенә, бер көтөүсегә бирә һәм баланы тау башына йыртҡыстар күп булған ергә ташларға ҡуша. Ул уны үҙенең өйөнә алып ҡайта, сөнки уның ҡатыны үле бала тыуҙырған булған. Атай-әсәй булараҡ улар батша балаһын тәрбиәләргә, ә үлгән бала мәйетен тау башына алып менеп ташларға килешәләр. Батша балаһының һәйбәт кейемдәрен кейендереп, тауға ташлайҙар. Шунан һуң улар Гарпагҡа барыһы ла эшләнде тип еткерәләр. Гарпаг үҙенең ышаныслы кешеләрен тауға ебәрә һәм бала мәйетен ерләргә ҡуша. Ышаныслы кешеләре шулай эшләйҙәр. Гарпаг быға ышана.Әммә был теге үлгән бала була. Шулай итеп Кирҙың бала сағы батша ҡолдары араһында үтә.<ref>[http://ancientrome.ru/antlitr/t.htm?a=1269019585#108 ''Геродот''. История. Книга I «Клио», § 108—113]</ref>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бөйөк_Кир_II» битенән алынған