Зенцов Пётр Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
.
абзацҡа бүлд
12 юл:
'''Зенцов Петр Иванович''' (9(21).06.1889 — 26.08.1920 ) — революционер, совет дәүләт хеҙмәткәре. Өфө губерняһы Ғәҙәттән тыш комиссияһының (Уфимская губЧК) рәйесе (04.1918-07.1918й).
== Биографияһы ==
Ул 1889 йылда хәҙерге [[Пермь крайы]]нда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1905 йылда, 16 йәшендә, Өфөгә килә һәм тимер юлы оҫтаханаһында эшләй башлай. Шул уҡ йылда [[большевиктар партияһы]] сафына инә. Икенсе йылға [[РСДРП]]-ның Өфө ойошмаһы хәрби дружинаһына алына. Ошо йылдарҙа ул ҡурҡыу белмәҫ һәм көслө ихтиярлы революционер булып үҫә. Йәшерен революцион эш алып барғаны өсөн Өфө жандармерияһы ныҡлы күҙәтеүгә алғас, бер ни тиклем ваҡыт Благовещен һәм Һамар ҡалаларында йәшәргә мәжбүр була. 1909 йылдың октябрендә Өфөгә ҡайтҡас, Зенцовты дүртенсе тапҡыр ҡулға алалар. Ул үлем язаһына хөкөм ителә. Партиялаш иптәштәре ҙур тырышлыҡ менән бәлиғ булмаған революционерҙың был язаһын ғүмерлек һөргөн менән алмаштырыуға ирешә. Аяҡ-ҡулдары бығауланған егет киң билдәле Александр төрмәһенә оҙатыла [[Александровский централ]].

Февраль революцияһы уны төрмәнән азат итә. Инде сынығып өлгөргән революционер Өфөгә ҡайта һәм сәйәси көрөшкә сума. Тиҙҙән ул тимер юл оҫтаханаһында большевиктар партияһы комитеты секретары итеп һайлана, хеҙмәтсәндәр депутатары уны ҡала Советы башҡарма комитеты ағзаһы итә. Был ваҡытта партия ҡушыуы буйынса эшселәрҙең хәрби дружинаналарын ойоштора, Ваҡытлы хөкүмәткә бойһонған милицияла етәксе була. Петр Зенцов үҙенең бар яҡтан да әүҙемлеген Октябрь социалистик революцияһы көндәрендә күрһәтә: властың Советтарға күсеүенә ул ныҡлы булышлыҡ итә, урындағы контрреволюционерҙарҙың һәр төр саботажын баҫтырыу буйынса тәүәкәл һәм ҡыйыу саралар күрә. Артабан Зенцов Өфөлә Ҡыҙыл Армия отрядтарын ойоштороусыларҙың береһе була һәм ҡаланы аҡ чехтарҙан һәм аҡ гвардееецтарҙан һаҡлауҙы ойоштора. 1918 йылдың мартында Петр Зенцов ГубЧК-ның коллегия ағзаһы һәм рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ул ноябрь айында Мәскәүҙә үткәрелгән дзержинсы-чекистарҙың беренсе кәңәшмәһендә ҡатнаша. Үҙенең эш урынына ҡайтҡас, ойошмаға кушылған бурыстарҙы үтәүҙә төрлө әүҙем саралар ойоштора. 1919 йылдың апрель аҙаҡтарында Зенцов ВСК-ның Үҙәк аппаратына эшкә саҡырыла, ул унда [[Ф.Э.Дзержинский]], [[С.Г.Уралов]],[[ЯңХ.Петерс]]тарҙың туранан-тура етәкселеге аҫтында йәшерен-сәйәси бүлектә сектор мөдире була. 1920 йыл башында ВЧК органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашҡандан һуң Екатеринбургҡа - Беренсе Армияға ВЧК уполномоченныйы итеп ебәрелә. Июль уртаһында яңы тәғәйенләнеү -Пятигорскиға ревком һәм округтың оборона комитеты ағзаһы булып ҡуйыла.

1920 йылдың 26 авгусында Кисловодскиҙән Пятигорскиға китеп барғанда Петр Зенцовтың ғүмерен бандит пуляһы өҙә. Уның кәүҙәһен Өфөгә алып ҡайталар һәм революцияның тоғро һәм ҡыйыу һалдаты 12 сентябрҙә бөгөнгө көндә икенсе бер күренекле революционер Иван Якутовтың исемен йөрөткән паркта ерләнә. Өфө урамдарының береһе Зенцов исемен йөрөтә.
 
== Һылтанмалар ==