Төньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Саган Төньяҡ амурҙары битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: Төньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)
фото
1 юл:
'''Төньяҡ амурҙары''' — [[1812 йылғы Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан рус шағиры [[:ru:Давыдов, Денис Васильевич|Денис Давыдов]] уҡ-йәйә менән ҡораланған башҡорт яугирҙәренә, боронғо грек алиһәһе амурға оҡшатып, биргән баһаһы.
 
1812 йылда [[Ырымбур губернаһы]]нда бөтәһе 40 кавалерия полкы төҙөлә, шул иҫәптән 28 башҡорт полкы. Хәҙерге [[Калуга өлкәһе]] ерендәге яуҙа 2 башҡорт полкы ҡатнаша. 4 башҡорт полкы Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша.
[[Файл:Открытие пямятника Башкирским воинам участникам Отечественной воны. Можайск.JPG|thumb|left|[[Төньяҡ амурҙары (клыб)|«Төньяҡ амурҙары»]] хәрби-тарихи клубы ағзалары Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә һәйкәл аса. 2010 йыл 4 сентябрь.]]
 
Шағир [[:ru:Давыдов, Денис Васильевич|Денис Давыдов]] башҡорттар тураһында былай тип яҙа: ''«Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, осло башлы бүрек кейеп, сыбар кафтандар кейеп, аттарға атланып» улар «[[Наполеон]]ға ҡурҡыу һалырға еберелгән»''. Д. Давыдов һыбайлыларҙың батырлығын, тәүәкәллеген данлай «''[[Ҡалмыҡтар|ҡалмыҡ]], башҡорттарҙан торған ҡара болот урау юлдан дошмандарҙың тылына ташланып уларҙың ҡотон алды»'' <ref> По улицам Тильзита петляли лишь несколько десятков казаков летучего прикрытия да прибившиеся к ним, пугающие местных жителей экзотически-свирепым видом калмыки и башкиры -- меднолицые, в островерхих меховых шапках, в пестротканых халатах, вооруженные луками и стрелами, -- из резерва, спешно подведенного князем Лобановым-Ростовским. Серебряков Г. В.
Денис Давыдов. -- М. : Мол. гвардия, 1985. -- 446 с, ил. -- (Жизнь замечат. людей. Сер. биогр.; Вып. 14 (661)). 150000 экз. </ref> . Бындай баһаны француз генералы Марбо ла раҫлай. Ул үҙенең көндәлегендә ''уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорттар Наполеондың шәхси ҡарауылына һөжүм яһаны'' тип хәтерләй.