Стоунһендж: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
<!-- [[ИзображениеFile:Stonehenge back wide.jpg|thumb|300px|Стоунхендж]]
 
-->
'''Стоунхендж''' — ({{lang-eng|Stonehenge}}) [[АнглияБөйөк Британия]]ла тиҫтәләгән йылдар буйына тикшереүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе боронғо таш ҡоролма. Ул [[Лондон]] ҡалаһынан 130 км [[көньяҡ]]-[[көнбайыш]]та Солсберий тигеҙлегендә урынлашҡан. Күп тикшереүселәр Стоунхенджды боронғо британлыларҙың [[таш быуат|таш быуаттағы]] күк есемдәрен күҙәтеү өсөн төҙөлгән [[астрономия|астрономик]] обсерватория тип иҫәпләй. Археологтар фекеренсә, ул өс этапта, б.э.т. 3500 йылдан алып 1100 йылға тиклем төҙөлгән.
 
Стоунхендж — ул биш тонналы 82, егерме биш тонналы 30 һәм илле тонналы 5 ташты билдәле бер тәртиптә түңәрәк буйынса урынлаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ҡоролма. Бер-береһенә “П” хәрефе рәүешле теҙелгән блоктарҙан аркалар барлыҡҡа килә. Ҡасандыр улар донъя тарафтарын бик дөрөҫ күрһәтеүсе компас булараҡ файҙаланылған, тигән фекер бар. Икенсе бер тикшереүселәр фекеренсә, был монумент беҙҙең эраға тиклем 3100 йылда Британия утрауҙарында йәшәгән ҡәбиләләр тарафынан [[Ҡояш]] һәм [[Ай|Айҙы]] күҙәтеү өсөн төҙөлгән.
12 юл:
Стоунхендж менән ҡыҙыкһыныуҙы көсәйтеүсе яңылыҡтар ҙа ваҡыт үткән һайын күбәйә генә. Әйтәйек, билдәле астроном Фред Хойл, ҡоролманың барлыҡ [[геометрия|геометрик]] үҙенсәлектәрен дә тикшергәндән һүң, уны төҙөүселәрҙең йыһан тураһында бик күп белеүҙәрен белдергән. Ни өсөн тигәндә, уның структураһында Ҡояштың [[галактика]] буйлап хәрәкәтенә ишара бар икән. 1998 йылда ғалим-астрономдар компьютер ярҙамында Стоунхендждың боронғо күренешен асыҡлаған һәм уны төрлө яҡтарҙан тикшергән. Нәтижәләр шаҡ ҡатырлыҡ. Боронғо монолит [[Ай]] һәм [[Ҡояш]] календары ғына түгел, [[Ҡояш системаһы|Ҡояш системаһының]] теүәл моделе лә икән ул! Әммә бер генә айырма бар: был моделдә туғыҙ түгел, ә ун ике [[планета]]. Уларҙың икеһе бөгөнгө көндә билдәле булған Ҡояштан иң йырак планета —- [[Плутон|Плутондан]] һуң урынлашкан. Тағы берәүһе— [[Юпитер]] менән [[Марс]] орбитаһы араһында. Астрономия китабынан һәр мәктәп уҡыусыһына мәғлүм булыуынса, ошо урында [[астероид|астероидтар]] сылбыры һуҙылған. Ҡасандыр бик элек ул планета булған, тик ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тарҡалған, тигән фараз да бар. Тимәк, Стоунхендж картаһы алдамай?!
 
Ғалимдар әлегә боронғо таш ҡоролманың кем тарафынан төҙөлгәнен белмәй. Әммә тикшеренеүҙәрҙән шул мәғлүм: уны төҙөүселәр –[[беҙҙең эра|беҙҙең эраға]] тиклем яҡынcа 3000-2000 йылдарҙа Англия территорияһында йәшәгән друид ҡәбиләләре түгел. Уларҙың [[астрономия]], [[математика]], [[геология]], [[архитектура]] буйынса бындай дәрәжәләге белемдәре булмаған. Ысын архитекторҙары кем икәнлеген фаразларға ғына [[ҡала]].
{{координаты объекта|51|10|43.9|N|1|49|35.08|W|type:landmark_region:GB}} [[Рәсем:800px-Stonehenge_back_wide.jpg|thumb]]
 
18 юл:
* [http://www.mith.ru/cgi-bin/yabb2/YaBB.pl?board=mith;action=display;num=1112618373 Стоунхендж, Дельфы и особая форма погребения]
* [http://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D0%BE%D1%83%D0%BD%D1%85%D0%B5%D0%B4%D0%B6] Википедияла урыҫ телендә мәҡәлә.
* [http://www.kiziltan.ru/print/trub4-4813.html] «Кызыл[[Ҡыҙыл таң (гәзит)|Ҡыҙыл таң]]» гәзитендә татармәҡәлә телендә(татарса).
 
[[Категория:АнглияБөйөк Британия]]
[[Категория:Археологик ҡомартҡылар]]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Стоунһендж» битенән алынған