Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
[[]]
1 юл:
'''Киң мәғлүмәт саралары''' — таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡтисади йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. Киң мәғлүмәт саралары характеры (балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар,ир-егеттәр) һәм аудиторияны йәлеп итеүе, тематикаһы (ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), функцияһы, даими ҡабатланыуы, тиражы һ.б. буйынса айырым йөрөтәләр.

== Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары ==
Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларының бөтә төрҙәре лә бар, уларҙың эшмәкәрлектәре Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында законы» (1991), Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының бүтән хоҡуҡи норматив акттары тарафынан көйләнә. Киң мәғлүмәт саралары системаһында ойоштороу функциялары менән Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ (Роспечать), Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы шөғөлләнә. Киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге республиканың мөһим ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы, иҡтисади һәм социаль үҫеште мәғлүмәт аша яҡтыртыуға йүнәлтелгән. [[БР Журналистар союзы|БР-ҙың Журналистар союзы]], Башҡортостандың Телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы (2005 йылдан алып эшләй). Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары [[башҡорт теле|башҡорт]], [[урыҫ теле|урыҫ]] һәм Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәрендә лә донъя күрә.
 
[[Категория:Киң мәғлүмәт саралары]]