Иҫәнбикә Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
з
28 юл:
 
==Тормош юлы==
Иҫәнбикә Туған 1940 йылда [[Истанбул]] ҡалаһында донъяға килә<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>. Урта белемде Истанбулдың немец лицейында ала<ref>http://www.biyografi.net/kisiayrinti.asp?kisiid=2676</ref>. 1964 йылда [[Истанбул университеты]]ның әҙәбиәт факультетындағы тарих бүлеген тамамлай. Университетта уҡыған дәүерҙә ул дөйөм төрөк тарихын, фарсы телен һәм әҙәбиәтен, төрөк сәнғәтен өйрәнә<ref>http://www.biyografi.net/kisiayrinti.asp?kisiid=2676</ref>. 1964-1966 йылдарҙа [[Тайвань милли университеты]] ҡытай телен өйпәнә һәм магистр дәрәжәһенә эйә була<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>. 1967-1968 йылдарҙа [[Истанбул университеты]]нда уҡыта һәм [[Анкара университеты]]нда диссертацияһын яҙа башлай<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>. Артабан ул докторлыҡ диссертацияһын тамамлар өсөн ул [[Гарвард университеты]]на бара<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>.Төркиәгә әйләнеп ҡайтҡандан һуң 1974-1978 йылдарҙа Хаджеттепе университетында уҡыта 1978-1984 йылдарҙа Урта Көнсығыш Техник Университетында уҡытҡын ваҡытта Урта Көнсығыш стипендияһына (Middle Eastern Award) эйә була һәм 1980-1982 йылдарҙа Суданда үҙенең тикшеренеүҙәрен алып бара. 1984 йылда Урта Көнсығыш Техник Университетында тарих бүлегенә нигеҙ һала<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>. 1985-1987 йылдарҙа [[Гарвард университеты]]ның Джон Кинг Фэрбэнк исемендәге Ҡытай тикшеренеүҙәре үҙәгендә һәм Урта Көнсығыш тикшеренеуҙәре үҙәгендә тикшереүҙәрэҙләнеүҙәр алып бара. 1987-1989 Уэллсли колледжында һәм Тафтс университетында уҡыта. 1989 йылда Сент-Луис ҡалаһында урынлашҡан Вашингтон университетының Ислам йәмғиәттәрен һәм цивилизацияларын өйрәнеүсе үҙәктә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй һәм шул уҡ университеттың тарих бүлегендә 1992 йылға тиклем Урта Азия, Урта Көнсығыш, Ҡытай тарихын уҡыта<ref>http://www.turkishculture.org/whoiswho/isenbike-togan-2660.htm</ref>.
 
==Һайланған ғилми хеҙмәттәре==
*Ottoman History by Inner Asian Norms // The Journal of Peasant Studies 18, (1991), pp. 185-210;