Рене Декарт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
81 юл:
 
== Фәлсәфә өлкәһендә ==
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. [[Нидерландтар]] корольлегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм [[космология]] фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, [[Николай Коперник|Коперниктың]] ҡараштарына ҡушылып, [[Ҡояш системаһы]]ның нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. [[Материя]], Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки [[атом]] «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата). Декарт хәрәкәтте [[Исаак Ньютон|Ньютонса]] аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. [[Хайуандар|Хайуан]] йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул [[Алла (теизм)|Алла]] тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты [[агностицизм|агностиктар]] рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар немене белеү тигән карашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә ''скептицизм, агностицизм'' көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул, — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем»<ref>Избр. произ-ведения.— M., 1950.— C. 282</ref> тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: [[сенсуализм]] һәм [[рационализм]]. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе [[Джон Локк]] тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә ''сенсуализм'' өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың рационализмға[[рационализм]]ға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — [[дуализм]]. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо материлизмда[[материлизм]]да ла, шулай ук идеализмда[[идеализм]]да ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә [[тәбиғәт]] тураһындағы фекерҙәре, төрлө [[теология|теологик]] ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған.
 
=== Башҡа фәнни ҡаҙаныштары ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рене_Декарт» битенән алынған