Рене Декарт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
күренеште төҙәтеү
31 юл:
}}
 
'''Рене́ Дека́рт''' ({{lang-fr|René Descartes}} {{IPA|[ʁəˈne deˈkaʁt]}}, {{lang-la|Renatus Cartesius}}  [[Картезий]]; [[31 март]], [[1596]], Лаэ (Турень провинцияһы ), хәҙер Декарт (департамент Эндр һәм Луара)  [[11 февраль]], [[1650]], [[Стокһольм]])  — [[Франция|француз]]математигы, философы, физигы һәм физиологы, аналитик геометрияны һәм хәҙерге заман [[Алгебра|алгебра]]ик символикаһын барлыҡҡа килтереүсе, философияла '' радикаль шик ысулы'' , физикала механицизм авторы, рефлексологияла тәүге аҙымдар яһаған кеше; француз ғалимы һәм философы, дуализм вәкиле.
 
== Биографияһы ==
Декарт Францияла Лаэ тигән ҡаласыҡта дворян ғаиләһендә фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомо, ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа. 1596 йылдың {/1 } [[31 мартында]] [[Лаэ (La Haye en Touraine)]], хәҙерге Декарт (Descartes) ҡалаһында тыуған, (департамент [[Эндр һәм Луара]], [[Франция]]). Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала Атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
 
Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһы Жан Франсуа була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡ Марен Мерсенн менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята .
 
1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунан Парижға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт -(1617)  — баштареволюция ялмаған Голландияла , артабан [[Германия|Германияла]], Прага өсөн һуғышта (Тридцатилетняя война). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософ Исаак Бекман менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.
 
Шунан йән ( Ля-Рошель) өсөн һуғышта ҡатнаша. Францияла Декарттың хөр фекерләүе иезуиттарға килеп етә, һәм уны көфөрлөктә ғәйепләй башлайҙар. Шуның өсөн Декарт Голландияға күсеп (1628), 20 йыл йәшәй.
 
Ул Европаның иң ҙур ғалимдары менән хатлаша, [[Медицина|медицинанан]] алып метеорологияға тиклем төрлө фәндәрҙе өйрәнә. Ниһайәт, 1634 йылда тәүге, программа булырлыҡ "«Донъя"» тигән китабын (''Le Monde'' ) тамамлай, ул ике - «Яҡтылыҡ тураһында трактат » һәм «Кеше тураһында трактат" тигән өлөштәрҙән тора . Әммә китап уңышһыҙ ваҡытҡа юлыға—юлыға — бер йыл элек кенә инквизиция Галилейҙы саҡ үлтермәй ҡала. Шуның өсөн Декарт үҙе тере сағында китапты сығармаҫҡа була. Ул Мерсеннға Галилейға хөкөм тураһында былай тип яҙа:
 
<blockquote>Был мине шул тиклем тетрәтте, хатта яҙмаларымды яндырырға булып киттем, һис юғы уларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк; Папа үҙе ыңғай ҡараған италиялыны ла Ер әйләнә тигән өсөн язаларға булғастар инде... Ер хәрәкәте ялған икән, минең философиям нигеҙҙәре лә ялған булып сыға, сөнки минең һығымталарым да шундай.</blockquote>
<blockquote>
<blockquote>Был мине шул тиклем тетрәтте, хатта яҙмаларымды яндырырға булып киттем, һис юғы уларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк; Папа үҙе ыңғай ҡараған италиялыны ла Ер әйләнә тигән өсөн язаларға булғастар инде... Ер хәрәкәте ялған икән, минең философиям нигеҙҙәре лә ялған булып сыға, сөнки минең һығымталарым да шундай.</blockquote>
</blockquote>
 
Әммә Декарттың башҡа китаптары донъя күрә тора:
Юл 49 ⟶ 52:
* «Тәүге философия тураһында фекерләүҙәр…» (1641)
* « Философияның башланғыстары» (1644)
 
 
Кардинал Ришельё Декарттың хеҙмәттәренә ыңғай баһа бирә һәм Францияла баҫырға рөхсәт итә, ә Голландияның руханиҙары ҡарғыш белдерә(1642); Оран принцының яҡлауы булмаһа ғалимға бик ауырға тура килер ине.
Юл 55 ⟶ 57:
1635 йылда Декарттың никахһыҙ ҡыҙы Франсина тыуа (хеҙмәтсеһенән). 5 йәшендә бала скарлатинанан үлеп ҡала, Декарт быны үҙ ғүмерендәге иң ҙур ҡайғы тип баһалай.
 
1649 йылда туҡтауһыҙ талауҙарҙан биҙрәгән Декарт швед королеваһы Кристинаның саҡырыуы буйынса Стокһольмға күсенә. Унда барыу менән ауырып китеп, пневмониянан үлеп ҡала. Предположительной причиной смерти явилась пневмония. Декартты мышьяк менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз да бар, сөнки ауырыу билдәләре шуға оҡшаш була. Бындай фаразды Айки Пиз ( немец ғалимы<ref>Шаров А. [http://www.nkj.ru/archive/articles/9155/ Покушение на мысль?] // Наука и жизнь, №&nbsp; 4, 1994.</ref>), артабан Теодор Эберт<ref>[http://lenta.ru/news/2010/02/15/descartes/ Рене Декарта отравили причастной облаткой].</ref><ref>[http://www.gazeta.ru/science/2010/02/16_a_3324786.shtml Церкви мешали координаты Декарта]</ref> та белдерә. Декарттың йоғонтоһонда королева Кристина католиклыҡҡа күсмәҫ тип, католик агенттар үлтергәндер тип уйлайҙар ( 1654 йылда королева шул инанысты ҡабул итә).
 
[[File:DescartesAshes.jpg|thumb|Гробница Декарта (справа&nbsp;уң яҡта — эпитафия), в церкви Сен-Жермен де Пре]]
Ғүмеренең ахырына Декартҡа сиркәүҙең дошманлығы көсәйә. Үлгәндән һуң Декарттың әҫәрҙәре «{0}Индекс{/0}» тигән исемлеккә индерелә, Ә Людовик XIV махсус бойороҡ менән Декарттың философияһын («''картезианств'' ») Францияның барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәтеүҙе тыя.
 
Үлгәндән һуң 17 йыл үткәс мәрхүмдең һөйәктәре Стокгольмдан Парижға күсерелә һәм Сен-Жермен де Пре аббатлығындағы часовняла ерләнә. Ҡәбере әле лә шунда
 
Ғалим иҫтәлегенә [[Ай { (юлдаш)|Айҙағы]] 0}кратерға исем бирелгән.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
 
=== Математика ===
[[File:Descartes Discourse on Method.png|thumb|right|300px|«Рассуждение о методе» Декарта]]
1637 йылда Декарттың төп фәлсәфәүи-математик хеҙмәте - «Ысул тураһында фекерләүҙәр» донъя күрә.
 
Китапта аналитик геометрия аңлатып бирелә, ә һалынмаларында &nbsp;— [[Алгебра|алгебра]], геометрия, оптика буйынса эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре һәм башҡа күп мәғлүмәттәр .
 
Китабындағы Виет математик символикаһының бөгөнгө замандыҡына бик яҡын булыуын айырым билдәләргә кәрәк.
 
«''Ысул'' » Декартты шунда уҡ математика һәм оптикала бик абруйлы итә.
 
=== Механика и физика ===
Декарттың физика буйынса эҙләнеүҙәре башлыса механика, оптика һәм Ғаләмдең дөйөм ҡоролошон өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Декарттың физикаһы, уның метафизикаһынан айырмалы, материалистик була: Ғаләм тулыһынса хәрәкәт итеүсе материянан тора. Бүленмәҫ атомдарҙы һәм бушлыҡтарҙы Декарт танымай. Ябай материянан тыш ул Декарт күренмәҫ ''нескә материялар '' барлығын раҫлай һәм улар ярҙамында йылылыҡты, тартыу көсөн, электҙы һәм магнетизмды аңлатырға ынтыла.
 
== Фәлсәфә өлкәһендә ==
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. Нидерландтар корольлегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, [[Николай Коперник|Коперниктың]] ҡараштарына ҡушылып, [[Ҡояш системаһы]]ның нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. [[Материя]], Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки [[атом]] «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата). Декарт хәрәкәтте [[Исаак Ньютон|Ньютонса]] аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. Хайуан йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул Алла тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар немене белеү тигән карашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә ''скептицизм, агностицизм'' көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул, — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем» <ref>Избр. произ-ведения.— M., 1950.— C. 282</ref> тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: сенсуализм һәм рационализм. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе Джон Локк тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә ''сенсуализм'' өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың рационализмға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — [[дуализм]]. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо материлизмда ла, шулай ук идеализмда ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә тәбиғәт тураһындағы фекерҙәре, төрлө теологик ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған .
 
=== Башҡа фәнни ҡаҙаныштары ===
 
* Декарттың рефлекс һәм рефлектор эшмәкәрлек принцибы буйынса яҙған хеҙмәттәре артабан психологияның төп нигеҙҙәрен тәшкил итә.
* Есем механизмдарын өйрәнгәндә аффект (дәрт) кеүек халәттәр психик тормошҡа йоғонто яһауын һүрәтләй. «Аффект» төшөнсәһе хәҙерге психологияла айырым эмоциональ халәттәргә ҡарата ҡулланыла.
 
== Фәлсәфә ==
 
Декарттың фәлсәфәһе дуализмға нигеҙләнә.
 
102 юл:
=== Радикаль шик ысулы ===
Француздар һәр саҡ скептиклығы менән айырылып торған, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙа [[Математика|математик]] теүәллекә ынтылыуҙары менән дә билдәлеләр.
 
Хәҡиҡәттең кире ҡағылмаҫлыҡ булып иҫбатланырға тейешлеге - Декарт шиктәрҙе тик шулай ғына юҡҡа сығарырға мөмкин тип һанай.
 
 
=== Илаһиҙың барлығын раҫлауҙары ===
 
Виндельбандтың әйтеүенсә, Декарттың Илаһи Көс барлығын раҫлауын «антропологик (психологик) һәм онтологик ҡараштар берлеге» тип алырға була.
 
115 юл:
 
=== Экзистенциаль парадигма ===
Мамардашвили ҡарашынса, Декартты экзистенциаль традицияға нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин .
 
Мамардашвили ҡарашынса, Декартты экзистенциаль традицияға нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин .
 
== Урыҫсаға тәржемәле төп хеҙмәттәре ==
Юл 155 ⟶ 154:
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
* Великий физиолог И.&nbsp; П.&nbsp; Павлов поставил памятник-бюст<ref>''Петрова М. К.'' [http://vivovoco.rsl.ru/VV/JOURNAL/VRAN/PAVLMEM.HTM Из воспоминаний об академике И.&nbsp; П.&nbsp; Павлове]//Вестник Российской академии наук. Т. 65, №&nbsp; 11, 1995. С. 1016—1023.</ref> Декарту возле своей лаборатории (Колтуши), потому что считал его предтечей своих исследований.
 
* Великий физиолог И.&nbsp;П.&nbsp;Павлов поставил памятник-бюст<ref>''Петрова М. К.'' [http://vivovoco.rsl.ru/VV/JOURNAL/VRAN/PAVLMEM.HTM Из воспоминаний об академике И.&nbsp;П.&nbsp;Павлове]//Вестник Российской академии наук. Т. 65, №&nbsp;11, 1995. С. 1016—1023.</ref> Декарту возле своей лаборатории (Колтуши), потому что считал его предтечей своих исследований.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
Юл 199 ⟶ 197:
* ''Фролова Е. А.'' Проблема Декарта в современной арабской философии. // Вопросы философии. 1969. №&nbsp;5.
* {{ЭСБЕ}}
* == Әҙәбиәт ==
* Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
 
== Һылтанмалар ==
{{commonscat|René Descartes}}
{{Навигация
|Тема = Рене Декарт
|Портал =
|Викисловарь =
|Викиучебник =
|Викицитатник = Рене Декарт
|Викитека =
|Викивиды =
|Викиновости =
|Викисклад = René Descartes
|Метавики =
|Проект =
}}
* Статья [http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/matematika/DEKART_RENE.html «Декарт, Рене»] в [http://www.krugosvet.ru/ энциклопедии «Кругосвет»]
* [http://gutenberg.net/etext/59 Discourse On the Method]{{ref-en}} в Проекте Гутенберг
Юл 225 ⟶ 210:
[[Категория:Француз фәндәр академияһы ағзалары]]
[[Категория:Пневмониянан вафат булыусылар]]
 
{{Link FA|el}}
{{Link GA|de}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рене_Декарт» битенән алынған