Ҡояш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
текст
47 юл:
Ҡояш — [[Ер (планета)|Ергә]] иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙан кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә [[водород]] менән [[гелий]]ҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.
[[Файл:Sun.jpg|thumb|right|250px|Ҡояш]]
Ҡояш — Ҡояш системаһының үҙәге. Ҡояштың массаһы үҙе тирәләй әйләнгән бөтә планеталар массаһынан 750 тапҡырға артығырак.
Бөтә [[йондоҙҙар]] кеүек үк Ҡояш та янар шар. Эсендә температура 15 миллион градусҡа етә. Ул иҫ киткес йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы. [[Ер (планета)|Ергә]] уның 2 миллиардтар бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Хатта шул өлөшө лә Ерҙәге ҡатмарлы процестарҙы тыуҙыра: һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар,штормдар.
 
Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында [[фотосинтез]] процесы башҡарыла.
Ерҙәге ҡаҙылма байлаҡтар ([[таш күмер]], [[нефть]], [[торф]] һ.б.) миллоин йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеү, болоттар барлыҡҡа килеү Ҡояш энергияһы менән башҡарыла.
 
== Һылтанмалар ==
* {{cite web|url=http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/astronomiya/SOLNTSE.html|title=Солнце|author=Эдвард Кононович|publisher=Энциклопедия Кругосвет|accessdate=2013-10-26|archiveurl=http://www.webcitation.org/6MTvgoe8K|archivedate=2014-01-09}}
* {{из БСЭ|http://slovari.yandex.ru/~книги/БСЭ/Солнце}}
 
{{Ҡояш системаһы}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡояш» битенән алынған