Рене Декарт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә fixing dead links
текст
31 юл:
}}
 
'''Рене́ Дека́рт''' ({{lang-fr|René Descartes}} {{IPA|[ʁəˈne deˈkaʁt]}}, {{lang-la|Renatus Cartesius}} — Картезий; 31 март, 1596, Лаэ (Турень провинцияһы ), хәҙер Декарт (департамент Эндр һәм Луара) — 11 февраль, 1650, Стокһольм) — [[Франция|француз]]математигы, философы, физигы һәм физиологы, аналитик геометрияны һәм хәҙерге заман [[Алгебра|алгебра]]ик символикаһын барлыҡҡа килтереүсе, философияла '' радикаль шик ысулы'' , физикала механицизм авторы, рефлексологияла тәүге аҙымдар яһаған кеше; француз ғалимы һәм философы, дуализм вәкиле.
 
== Биографияһы ==
Декарт Францияла Лаэ тигән ҡаласыҡта дворян ғаиләһендә фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомо, ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа. 1596 йылдың {/1 } [[31 мартында]] [[Лаэ (La Haye en Touraine)]], хәҙерге Декарт (Descartes) ҡалаһында тыуған, (департамент [[Эндр һәм Луара]], [[Франция]]). Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала Атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.
 
Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһы Жан Франсуа була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡ Марен Мерсенн менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята .
 
1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунан Парижға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт -(1617) — баштареволюция ялмаған Голландияла , артабан [[Германия|Германияла]], Прага өсөн һуғышта (Тридцатилетняя война). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософ Исаак Бекман менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.
78 юл:
=== Механика и физика ===
Декарттың физика буйынса эҙләнеүҙәре башлыса механика, оптика һәм Ғаләмдең дөйөм ҡоролошон өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Декарттың физикаһы, уның метафизикаһынан айырмалы, материалистик була: Ғаләм тулыһынса хәрәкәт итеүсе материянан тора. Бүленмәҫ атомдарҙы һәм бушлыҡтарҙы Декарт танымай. Ябай материянан тыш ул Декарт күренмәҫ ''нескә материялар '' барлығын раҫлай һәм улар ярҙамында йылылыҡты, тартыу көсөн, электҙы һәм магнетизмды аңлатырға ынтыла.
== Фәлсәфә өлкәһендә ==
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. Нидерландтар корольлегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, [[Николай Коперник|Коперниктың]] ҡараштарына ҡушылып, [[Ҡояш системаһы]]ның нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. [[Материя]], Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки [[атом]] «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата). Декарт хәрәкәтте Ньютонса аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. Хайуан йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул Алла тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар немене белеү тигән карашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә ''скептицизм, агностицизм'' көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул, — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем» <ref>Избр. произ-ведения.— M., 1950.— C. 282</ref> тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: сенсуализм һәм рационализм. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе Джон Локк тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә ''сенсуализм'' өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың рационализмға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — [[дуализм]]. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо материлизмда ла, шулай ук идеализмда ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә тәбиғәт тураһындағы фекерҙәре, төрлө теологик ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған .
 
=== Башҡа фәнни ҡаҙаныштары ===
Юл 197 ⟶ 199:
* ''Фролова Е. А.'' Проблема Декарта в современной арабской философии. // Вопросы философии. 1969. №&nbsp;5.
* {{ЭСБЕ}}
* == Әҙәбиәт ==
* Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Рене_Декарт» битенән алынған