Танганьика — версиялар араһындағы айырма

| archiveurl = http://web.archive.org/19991110092358/www.ilec.or.jp/database/afr/dafr06.html
| archivedate= 1999-11-10
}}</ref>. Танганьикадиңгеҙ кимәленән 773 метр бейеклектә урынлашҡан. Күл, Көнбайыш Африка Ер ҡабығы ярылған урында Альбертин риф упҡынында урынлашҡан. Танганьика — риф үҙәненең боронғо һәм эре күле<ref name="VTL"/>. Яр буйы ланлшафты, ҡағиҙә булараҡ, ҡаялы, тик көнсығыш яры һөҙәк. Бейеклеге 2000 м еткән көнбайыш яры Көнсығыш Африка риф зонаһынынан барлыҡҡа килгән Яр һыҙаты бухталар һәм ҡултыҡтар менән сыбарланып бөткән. Улар араһында иң ҙүры&nbsp;— Бёртон ҡултығы. Күл бер нисә сығаныҡтан туйына, бассейн майҙаны 231 мең км². Күлгә ҡойоусы иң ҙур йылға Рузизи йылғаһы, уның дельтаһы күлдең төньяҡ өлөшөндә ята. Көнбайыштан {{не переведено 2|Малагараси|||Malagarasi River}} йылғаһы ҡоя.. Килеп сығышы буйынса Малагараси йылғаһы, Танганьика ҡарағында боронғораҡ һәм элек Конго йылғаһына ҡойған. Берҙән-бер ағып сығыусы йылға&nbsp;— Лукуга (Lukuga), күлдең көнбайыш яры уртаһынан ағып сыға ла, Заир йылғаһына ҡушыла, артабан [[Атлантик океан]]ға ҡоя.<ref>Кравчук П.А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993.&nbsp; — 216 с. ISBN 5-7707-2044-1.</ref>. Күл һыуының йыллыҡ килеме 64,8 км³, шуның 40,9 км³ яуым-төшөмгә тура килә (63 %) һәм 23,9 км³ (37 %) йылғаларҙан туйына. Һыу сығымының ҙүр өлөшө — 61,2 км³ (94,4 %) парға әйләнеүгә тура килә, Лукугу йылғаһы менән сығым 3,6 км³ (5,6 %) тип билдәләнә. Уртаса һыу температураһы 25&nbsp;°C, pH уртаса 8,4. Күлдең тәрәнлеге һәм тропик пояста урынлашыуы һыу әйләнешенә мөмкинлек бирмәй, йәғни һыуҙың өҫкө өлөшө аҫҡы өлөшө менән буталмаған меромиктик һыу ятҡылығына әүерелә.
 
Эҫе [[климат]] шарттарында [[һыу]] тиҙ [[пар]]ға әләнеү сәбәпле, һыу кимәле ҡойоусы йылғалар, бигерәк тә Рузизи йылғаһына бәйле. Ҡойоусы йылғалар күл кимәлен Лукугу йылғаһына ағып сығыу кимелендә тота. 12000 йыл элек Рузизи йылғаһы Танганьика күленә ҡоймаған.