Ер тетрәү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ер тетрәү, ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлө…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ер тетрәү,''' — [[ер ҡабығы]]ның йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы б са тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген Е.т. айырыла. Е.т. энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла. Магнитуда ҡиммәттәренә (1—9) нигеҙләнгән Е.т. классификацияһы Рихтер шкалаһы тип атала. Ер өҫтө һелкенеү дәрәжәһе м н характерланған Е.т. көсө сейсмик балдарҙа баһалана. Халыҡ-ара 12 баллы шкала б са көсһөҙ — 1—3 балл, уртаса — 4, арыу уҡ көслө — 5, көслө – 6, бик көслө — 7, һәләкәтле — 8, емергес — 9, ҡаты — 10, катастрофик — 11, үтә көслө катастрофик — 12 баллы Е.т. бүленә. Һәләкәтле Е.т. эффекты быуаларҙың, [[һыуһаҡлағыс]]тарҙың йырылыуы, шыуғын һәм [[ишелмәләр]]ҙең төшөүе, цунамиҙарҙың килеп сығыуы м н көсәйә. Уралдағы Е.т. башлыса — тектоник, һирәгерәк ишелмә һәм техноген сығышлы. Тектоник Е.т. — Уралда 350—500 млн йыл, Урал янында 550 млн йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо һынылышлы боҙолоуҙарҙың хәҙ. әүҙемлеге, ишелмә — карст процестары, техноген Е.т. нефть һәм газ сығарыу, һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу һ.б. м н бәйле. СССР ФА ның Ер физикаһы ин ты мәғлүмәттәре б са, 1693–1958 йй. Уралда (систематик теркәү 1913 й. башлап Екатеринбург ҡ. Урал сейсмик ст. алып барыла) 6 балға тиклем көслө Е.т. билдәле. Иң юғары сейсмик әүҙемлек Урта Уралға хас. Иң көслө Е.т. (5–6 балл) 1914 й. 17 авг. Пермь губ. Белембай ҡасабаһында 350 мең км2 майҙанлы терр яла була. Шулай уҡ Башҡортостанда теркәлгән Е.т. билдәле: 1878 й. 14 ғин. – Стәрлетамаҡ өйәҙе Бәйес һәм Бишҡайын аа. янында; 1893 й. – Өфө өйәҙе Вавилов а., 1922 й. – Благовещен з ды ҡасабаһы янында. 1990 й. 28 майында Салауат р нының Первомайский ҡасабаһы һәм Урмансы а. эргәһендә тирбәлеү интервалы 5 мин 18 с һәм үҙәге 33 км тәрәнлектә булған Е.т. теркәлгән. 1997–98 йй. Өфөлә Рабкорҙар, Ҡариҙел һәм Тамбов урамдары районында ер ҡабығының бер нисә тирбәлеүе күҙәтелә. 2005 й. 30 мартында Шишмә р ны Ар а. 3–4 баллы көс м н Е.т. теркәлгән. 2011 й. мартында Мәләүез ҡ. һәм Мәләүез р нында Рихтер шкалаһы б са 3,6 көслө һәм үҙәге 10 км тәрәнлектә булған Е.т., бер үк ваҡытта Өфөлә локаль Е.т. була. 1990 сы йй. Геология институтының структур геология лаб. сейсмотектоник тикшеренеүҙәр алып барыла (Ю.В.[[Казанце]]в), уларҙың һөҙөмтәләре б са БР терр яһының хәҙ. геодинамик режимын сағылдырған сейсмотектоник карта төҙөлә.
 
==Әҙәб.==
== Әҙәбиәт ==
* Никонов А.А. Землетрясения... Прошлое, современность, прогноз. 3 е изд. М., 2009.
 
[[Категория: Тәбиғи көстәрҙән зыян]]
[[Категория: Сейсмология]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ер_тетрәү» битенән алынған