Цивилизация: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Цивилизация''' ({{lang-lat|civilis}} — гражданин, дәүләт)— билдәле бер иҡтисади фо…" исемле яңы бит булдырылған
 
9 юл:
* цивилизация баҫҡыс.
[[Тойнби Арнольд Джозеф|А. Тойнби]] цивилизация терминына башҡа, уңайыраҡ мәғәнә бирә. Тойнби ҡарашынса, цивилизациялар мәңгелек түгел, улар барлыҡҡа киләләр һәм иртәме-һуңмы һәләкәткә дусар булалар. Эйе, кешелек тарихы ундый тенденцияны белә. Ләкин Тойнби ике мөһим моментты иҫкәрмәй ҡала. Беренсенән, цивилизациялар, нисек кенә тыуа һәм үлә тормаһын, кешелек үҫешенең үҙәк һыҙығы (ябайҙан ҡатлаулыраҡҡа, түбәндән юғарыраҡҡа) дауам итә. Икенсенән, ошо законсылыҡтың нигеҙен йәмғиәттә материаль етештереүҙең камиллаша барыуы тәшкил итә. [[XX быуат]]ның икенсе яртыһы «цивилизация» термины, аҫылда, [[XVIII быуат]] француз мәғрифәтселәре ҡараштары яҫылығында бәйәләнә.
== Цивилизация ижтимағи үҫеш баҫҡысы ==
Цивилизация ул — кешелек йәмғиәтенең юғары дәрәжәгә ирешкән етештереү көстәре, фән-техника ҡаҙаныштарының тулыһынса хеҙмәт эйәләре мәнфәғәтенә яуап биреүсе, кешеләрҙең тигеҙлек һәм ғәҙеллек мөнәсәбәттәрен тәьмин итеүсе баҫҡысы. Цивилизация — бер бөтөн система. Ул төрлө элементтарҙан тора. Уға юғары дәрәжәләге иҡтисад, йәмғиәттең ғәҙеллек менән һуғарылған социаль, хокуҡи һәм сәйәси төҙөлөшө, рухи тормошо, шул иҫәптән [[фән]], [[сәнғәт]], [[әхлаҡ]] нормалары, дин һ. б. элементтар хас. Һәр элемент айырым цивилизацияның үҙенсәлеген сағылдыра. Цивилизация ниндәйҙер тышҡы йоғонтоларға бирелүсән булһа ла, уның үҙәге, төп сифаттары үҙгәрешһеҙ ҡала. Боронғо гректар цивилизацияһын ҡытай һәм һинд цивилизациялары менән, ә урта быуаттар Шәреҡ цивилизацияһын [[майя цивилизацияһы]] менән бутап булмай. Цивилизациянең нигеҙен материаль етештереү тәшкил итһә лә, унда рухи факторҙың да йоғонтоһо һиҙелә.