Ҡасҡын Һамаров: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ҡасҡын Һамаров''', 1773-1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡасҡын Һамаров''', [[1773-1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында]] ҡатнашыусы, [[Е.И. Пугачев]] полковнигы. [[Нуғай даруғаһы]] [[Тамъян олоҫо]] [[Мостафа (Һәйет) ауылы]] башҡорто, XVI быуатта йәшәгән башҡорт кенәзе һәм тарханы, Тамъян ҡәбиләһе бейе [[Шағәле Шаҡман]] вариҫы. [[Польша походында]] ҡатнашыусы (1771-1773 йылдар). Поход старшинаһы (1773 йыл). 1771-1773 йылдарҙа [[Речь Посполитаяға]] ебәрелгән башҡорт ғәскәренең 10-сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 йылдың октябрендә ҡушыла. 12 октябрҙә Ҡасҡын Һамаров отряды [[Воскресенка заводын]] (баш күтәреүселәр армияһына 600-гә яҡын завод крәҫтиәне йәлеп ителә), 19 ноябрҙә Өфө провинцияһының [[Стәрлетамаҡ пристанен]] (баш күтәреүселәргә 600-гә яҡын башҡорт һәм мишәр ҡушыла), һуңыраҡ Табын ҡәлғәһен баҫып ала. Декабрҙән алып Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, 6 декабрҙә Ҡазан даруғаһы Аҡбаш ауылы янында Речь Посполитаянан ҡайтҡан 400-гә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 700-гә) яҡын башҡортто баш күтәреүселәр яғына ауҙара. 1774 йылдың март аҙағында ғәйебен танып [[И.И. Михельсонға]], октябрҙә [[И.А.Тимашевҡа]] килә; май-сентябрҙә [[Ҡаранай Моратов]], [[Ҡәнзәфәр Усаев]] һәм [[Салауат Юлаев]] менән берлектә Нуғай даруғаһында көрәшен дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһында һәм Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. 1775 йылдың мартында азат ителә. 1777 йылдан Тамъян олоҫо старшинаһы була. Артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
 
 
 
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]