Өфө өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
"{{Уезд Российской империи |название= Өфө өйәҙе |герб губернии= Coat of Arms of Ufa gubernia (R…" исемле яңы бит булдырылған
 
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
 
== Экономика ==
[[1904]] йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 216,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 95,1, һоло — 42,2, тары — 26,1, ҡарабойҙай — 19,6, бойҙай — 11,5, борай — 10,9, борсаҡ — 4,2, картуф — 4,7; һыйыр малы — 25605 баш, йылҡы – 19067, һарыҡ — 48277, кәзә — 2773, сусҡа – 8924 баш. XX быуатта башында Благовещен заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Эҫем заводтары, Әшә‑Балашов заводы, Өфө баш тимер юл оҫтаханалары, суйын‑баҡыр ҡойоу механика заводы (Горнас), 11 таҡта ярыу заводы, 7 кирбес заводы, 3‑әр һыра ҡайнатыу һәм шарап заводтары, күн заводы, ағас эшкәртеү фабрикаһы, һабын ҡайнатыу заводы, столяр‑мебель яһау йорто әм башҡа предприятиелар эшләй. [[Өфө]]лә, [[Благовещен]] заводы, Богородский, Вознесенка, Дәүләт Дыуанайы, Ҡырмыҫҡалы, Сафар ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888—90 йй. өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы ([[Благовар]]—[[Өфө]]—[[Ҡытаутамаҡ]] участкаһы), [[1914]] йылда — Иҙел‑Урал тимер юлы (Шөңгәккүл—Шишмә) үтә. 154 мәсет, 57 сиркәү һәм 9 часовня (1877) иҫәпләнә. [[1919]] йылда Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй һәм Урман‑Көҙәй улустары — Көҙәй кантонына, Бишаул‑Уңғар һәм Биштәкә улустары Табын кантонына инә. 1922 йылда өйәҙ бөтөрөлә, уның төп территорияһы — [[Өфө кантоны]] составына, 9 улусы (Әшә‑Балашов, Ерал, Илек, Ҡарауыл, Ҡытау‑Ивановка, Минйәр, Сергиевск, Эҫем, Ҡытаутамаҡ) [[Силәбе губернаһы]] [[Златоуст өйәҙе]]нә инә.
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө_өйәҙе» битенән алынған