Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
}}
 
'''Хатшепсут''' ([[Мысыр теле|Боронғо Мысыр]] теленән]] ''Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе'' тип тәржемә ителә) — [[Боронғо Мысыр]]ҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе [[фирғәүен]]е. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире [[Тутмос II]]-нең улы [[Тутмос III]]-нөң [[регент]]ы була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.
 
Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр Аллаһы [[Хор]]ҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған