Типтәрҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Типтәрҙәрҙең килеп сығыуы башҡорт йәмғиәтенең феодалләшеү процесы, уның социаль төркөмдәргә бүленеүе менән бәйләнгән. Типтәрҙәр ҡатламы аҫабалар, бобылдәр һәм яһаҡ түләмәгән керҙәштәрҙән формаллашҡан. Үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған аҫаба башҡорттар тәүге типтәрҙәр булған. Типтәрҙәр төркөмөнә эләгеү башҡорттар өсөн ҡәтғи рәүештә шунда тороп ҡалыуҙы аңлатмаған, ыңғай мәл килеп сыҡҡанда, башҡорт-типтәрҙәр кире үҙ общинаһына ҡушыла алған.<ref> Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит </ref>
== Типтәрҙәр һаны ==
* 1735 йылда 11 294 ир-ат кеше,
* 1767 йылда — 33&nbsp;656 ир-ат кеше,
* 1796 йылда — 52&nbsp;193 ир-ат кеше,
* 1834 йылда— 105&nbsp;864 ир-ат кеше,
* 1858 йылда— 140&nbsp;895 ир кеше.<ref> Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 565 бит </ref>
1897 йылда уҙғарылған [[Рәсәй Империяһы]]ның беренсе бөтә халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса [[Рәсәй Империяһы]]нда уҙенең туған теле типтәр теле тип 117773 кеше яуап биргән, шул иҫәптән 59293 ир һәм 58480 ҡатын-ҡыҙ. <ref>http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_lan_97.php</ref>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Типтәрҙәр» битенән алынған