Груша: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
Емештәре, тулыһынса өлгөргәс, һарғылт төҫкә керә, күп сорттарының емеш йомшағы һыуһыл була. Составында 80% [[һыу]], 10% [[шәкәр]], 0,2-0,4% органик кислоталар, дуплау матдәләре, В, С витаминдары бар; йәшел килеш һәм эшкәртеп (киптереп, компот, ҡайнатма, һут) ҡулланалар. Груша тупраҡҡа талымһыҙ, ләкин тупраҡ аҫты яҡшы үткәреүсән булырға тейеш. Ҡоролоҡҡа сыҙам, һыу һибергә кәрәкмәй. Ерле һәм ҡырағай сорттар орлоғонан үҫтерелгән ялғанмаға ялғау юлы менән үрсетәләр. Алмағастан айырмалы булараҡ, емеш биреүендә ҡабатланыуҙар булмай, уның сәскә бөрөләре температуруның ҡышҡы һәм яҙғы үҙгәрешенән әҙерәк зыян күрә. Селекциянең ҡышҡа иң сыҙам элекке сорттары: йәйгеләре - «Бессемянка», «Волжская десертная», «Тонковетка», көҙгөләре - «Бергамот осенний», «Казанская крупноплодная». Һәүәҫкәр баҡсасылар йәйге сорттардан - «Космическая», «Северянка», «Лада», көҙгөләрҙән - «Любимица Яковлева», «Нарядная Ефимова», «Память Яковлеву» сорттарын, башҡа төбәктәрҙән күсерелгән, шулай уҡ Г.И. Розанова тарафынан Татарстан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында сығарылған иң яҡшы элиталы груша сорттарын үҫтерәләр. Ерле сорттарҙан «Бергамот осенний» сорты яҡшы һанала, емештең юғары сифатлы булыуы, ерле шарттарға (ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙам) яйлашыуы менән айырылып тора. Был сорт, башҡаларҙан айырмалы булараҡ, уҙ ағасы тамырынан тамыр үрентеләре ебәреп үрсей. «Осенняя Яковлева» сорты ла яҡшы тип иҫәпләнә, ләкин ул ҡышҡа сыҙамһыҙыраҡ.
 
== Ауырыуҙары һәм ҡототҡостарыҡоротҡостары ==
Груша ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға алмағасҡа ҡарағанда сыҙамлырак. Төп бәшмәк ауырыуы - ҡутыр, ҡортотҡосо — [[емеш ҡорттары|груша емешашары]]. Груша тәбиғи ябалдашын яҡшы формалаштыра, шуға күрә формалаштырып кисеү кәрәкмәй. Груша — оҙаҡ йәшәүсе культура (60-70 йылға тиклем емеш бирә).
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Груша» битенән алынған