Әминев Әмир Мөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Әмир Мөхәмәт улы Әминев''' (1953 йылдың 1 ғинуары, БАССР-ҙың [[Ғафури районы]] [[Һабай]] ауылы) - [[башҡорт]] яҙыусыһы, прозаик.
 
 
9 юл:
* Әрме сафтарында хеҙмәт итә.
* 1975-1980 йылдарҙа Халыҡтар дуҫлығы орденлы М. Горький исемендәге Мәскәү Әҙәбиәт институтында уҡый.
* Институттан һуң Өфөгә[[Өфө]]гә ҡайта һәм 18 йыл [["«Ағиҙел"»]] журналы редакцияһында хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
* 1998-2002 йылдарҙа [["«Шоңҡар"»]] журналының баш мөхәррире.
* 2002 йылдан "«Ағиҙел"» журналының баш мөхәррире.
 
 
== Ижады ==
 
Әҙиптең "«Турат"» исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда "«Ағиҙел"» журналында донъя күрә, ә "«Ҡайын япрағы"» тип аталған беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда Башҡортостан "«Китап"» нәшриәтендә уның "«Йәшлек моңдары"» тигән икенсе китабы баҫыла. Унан һуң бер-бер артлы "«Сөңгөл"», "«Ҡапҡа"» һ.б. китаптары донъя күрә.
Әҫәрҙәренә материалдарҙы әҙип, нигеҙҙә, ауыл тормошонан ала. Йәштәрҙең эскерһеҙ мөхәббәте, шәхестең кешеләр, йәмғиәт алдында яуаплылығы, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, үткәндәргә, тирә-яҡ мөхиткә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш - Әмир Әминев ижадының төп темалары. Ижадына шулай уҡ сюжет, композиция, форма өлкәһендә эҙләнеүҙәр ҙә хас.
Яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Мәскәүҙә йәшәгән һәм урыҫса ижад иткән башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың прозаһын башҡорт уҡыусыһына башлап еткереүсе ул булды. Шулай уҡ башҡорт теленә Камил Йыһаншин, урыҫ яҙыусыһы Александр Платонов әҫәрҙәрен тәржемә итте.