Волость: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
4 юл:
Боронғо рус дәүләтендә волость һүҙе кенәз биләмәләрен аңлаткан һәм «ер», «ил»,«өлкә» мәғәнәһендә йөргән. 13-16 быуаттарҙа волосттар бүленеше һарай, бояр, монастырҙар ерҙәренә хас була. Ул ерҙәр кенәз тарафынан волость идарасылары вазифаһын үтәүселәргә идаралыҡҡа тапшырылған; халыҡтан биләмә хужаһы (кенәз, бояр һ.б.) файҙаһына һалым-керемдәр йыйылған. 14 быуат урталарынан волосттар воеводалар идаралығындағы өйәҙҙәр составына керә. [[XVI быуат]] уртаһында үткәрелгән ер реформаһы буйынса, айырым хужа билдәләгән «волость идараһы» («волостелей») тәртибе бөтөрөлә, күпселек өйәҙҙәрдә ул земствоның һайлап ҡуйылған органдарына алыштырыла. 17 быуат - 18 быуаттың 1-се яртыһында волость «стан», «пригород» кеүек ваҡ административ бүленеш берәмектәре менән йәнәшә йәшәй. Император [[Павел I]] ҙең 1797 йылдың 7 август фарманы менән ҡаҙна ауылдарының волосттарға бүленеш һәм идара тәртибе урнаштырыла («О разделении казённых селений на волости и о порядке их внутреннего управления»). Фарман нигеҙендә төбәктә йәшәүсе дәүләт крәҫтиәндәре һаны 3000 самаһы булған осраҡта волость идараһе булдырылған. Һуңыраҡ, дәүләт крәҫтиәндәре ауылдарынан тыш, батша һарайы (удел) ауылдарында ла волосттар ойошторола.
 
== Ҡарағыҙ ==
* [[Губерна]], Виләйәт
* [[Өйәҙ]]
19 юл:
 
[[Категория:Административ берәмек]]
 
 
[[ru:Волость]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Волость» битенән алынған