Шоңҡар (журнал): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
{{Цитата|Беҙҙең коллектив бер ҡасан да эҙләнеүҙән туҡтамай, сөнки ваҡыт тигәнең һаман алға елә һәм журнал уҡыусыларҙың талаптары ла арта. Беҙ һәр саҡ йәштәрҙе ниҙәр ҡыҙыҡһындырыуын, уларҙың нимәләр хаҡында уҡырға теләүҙәрен иҫәпкә алабыҙ һәм журнал биттәрендә төрлө ҡатлам уҡыусыларға үҙе теләгән рухи аҙығын бирергә тырышабыҙ. Матбуғат баҙарын мотлаҡ белеү кәрәк бөгөнгө көндә. Шулай ҙа «Шоңҡар» үткәргән төп сәйәсәт — бөгөнгө шарттарҙа йәштәр упҡынға ҡолап төшмәй, заманаһына ҡулайлашырға өйрәнһен, үҙен, ғаиләһен, тыуған Башҡортостанын яҡлай белһен, башҡорт халҡын Ер йөҙөндә һаҡлап ҡалдырыу ғына түгел, артабан да ишәйтһен. Шуға ла беҙҙең геройҙарыбыҙ — Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, тыуған тупрағынан айырылып башҡа төбәктәргә, хатта сит илдәргә китеп ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән, тормошҡа үҙ аллы ҡарашы булған йәштәр. Беҙ тап шундайҙарҙы өлгө итеп ҡуябыҙ ҙа инде. Юҡһа әле һаман кемдәндер көтөү ҡаныбыҙға артыҡ һеңгән шул. Бөгөнгө башҡорт йәштәре бына ошо сирҙән тамам арынырға тейеш. Мәғлүм, ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙгә һәр яҡлап та башҡа милләттәрҙән ҡалышырға ярамай.
 
Журналыбыҙ һауаларҙа йөҙмәй, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеп практик йүнәлеш алыуы менән ота тиер инем. Мәҫәлән, «Шоңҡар»ҙа сыҡҡан мәҡәләләргә бәйле өлкән кластарҙа һөйләшеүҙәр, диспуттар үткәрелеүе, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тарафынан ''Эскелеккә, наркоманияға һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш'' иғлан ителгән йылда мәктәптәрҙәге махсус дәрестәрҙә беҙҙә донъя күргән материалдарҙың ярҙам иткәне өсөн бик күп уҡытыусыларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү редакция коллективына дәрт-илһам өҫтәне. Иманыбыҙ камил: баҫма кешегә тормошта аныҡ йүнәлеш бирһә йәки ярҙам күрһәтһә, уға мотлаҡ яҙыласаҡтар.}} — тип белдерә журнал хеҙмәткәре Шамил ЯубасаровЯубаҫаров.
 
== Журналдың сайты ==