Ҡәҙим Аралбай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
'''Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы, Ҡәҙим Аралбаев''' - Башҡортостандың халыҡ шағиры, [[Хәйбулла районы]]ның Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.
 
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһында аспирантурала уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта. Ул [[Ағиҙел (журнал)|“Ағиҙел” журналына]] эшкә күсә. Яҙыусылар союзы идараһында секретарь, партия өлкә комитетында инструктор, [[«Китап» нәшриәте|“Китап” нәшриәтендә]] директор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Шундай яуаплы урындар-ҙаурындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.
 
Ҡәҙим Аралбайҙың “Утлы кисеүҙәр” (1975), “Батыр яраһы” (1980), “Аҡ тирмә” (1982), “Һөйөүем йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989), “Мәслихәт” (1991), “Рух яҙыуы” (1995), “Таналыҡ тауышы” (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.
35 юл:
[[Категория:Хәйбулла районы]]
[[Категория:Башҡорт әҙәбиәте]]
[[Категория:Башҡортостан Шәхестәрешәхестәре]]
[[Категория:Төрки халыҡтары әҙәбиәте]]