Төрки ҡағанлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
[[545]] йылда телес ҡәбиләләре жужандәргә ҡаршы яңынан баш күтәрә, һәм Ашин ырыуынан [[Бумын]] яңы дәүләт башлығы булып китә. 551 йылда ул, жужандәрҙе ҡыйратып, Көнбайыш Вэй ҡытай батшалығы менән союз төҙөй, "ил ханы" титулына эйә була. 552 йылда, Бумын үлгәндән һуң, жужандәрҙе тулыһынса ҡыйратып, тәхеткә уның улы [[Ҡара Иссыҡ ҡаған]] ултыра, атаһының титулын нәҫел буйынса ҡабул итеп ала. Дошмандарын еңгәндән һуң ҡаған аңлашылмаған шарттарҙа һәләк була, һәм дәүләткә уның туғаны [[Моҡан ҡаған]] етәкселек итә башлай. [[553]] йылда жужандәр яңынан еңелә, төркиҙәр Алтайҙан алып көнсығыш яҡтағы бөтә далаларҙың хужаһына әйләнә. Алдағы йылда Бумын ҡағандың ҡустыһы [[Истеми ҡаған]] етәкселегендә төркиҙәрҙең көнбайышҡа походы башлана.
Жужандәрҙең һөжүмдәре арҡаһында көсһөҙләнгән усундәр ҡаршылыҡ күрһәтмәй, [[555]] йылда Истеми ғәскәрҙәре Арал диңгеҙенә барып етә. Әммә Аралдан төньяҡта йәшәгән [[уар]] менән эфталит ҡәбиләләре ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, улар бары тик [[558]] йылда ғына яулап алына. Төркиҙәр Волгаға килеп етә, әммә уның аръяғына сығып тормай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бына шулай Волганан Хинган тауҙарына тиклемге территорияла ҙур күсмә империя төҙөлә.
561-563 йылдарҙа төркиҙәр эфталиттарға ҡаршы Иран менән союз төҙөй. [[564]] йлда шаһ [[Хосрау Ануширван]] етәкселегендәге ғәскәрҙәр стратегик яҡтан бик мөһим өлкәне - Тохарстанды ҡуләғ төшөрә. [[565]] йылда [[Нахшаб]] янындағы һуғышта төркиҙәр еңеүгә ирешә, һәм [[СогдСоғд]] Төрки ҡағанатына ҡушыла. Эфталиттарҙың төп көсө [[567]] йылда Бохара эргәһендә тамам ҡыйратыла. Урта Азияны яулап алғандан һуң, ҡағанат [[Бөйөк Ефәк юлының]] һиҙелерлек өлөшөн үҙ күҙәтселегенә ала. Уларҙың власы аҫтындағы төркиҙәр, соғҙиҙар Византия менән турана-тура сауҙа бәйләнештәре алып барыу яҡлы була. Шуға бәйле 568 йылда Истеми ҡаған соғҙи сауҙагәре Маниах етәкселегендә Константинополгә илселек ебәрә. Византия императоры Юстин II менән һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә сауҙа килешеүенә һәм Иранға ҡаршы хәрби килешеүгә ҡул ҡуйыла. Византия-төрки союзы төҙөлгәндән һуң Иран ҡағанатҡа йыл һайын 40 мең алтын динар күләмендә яһаҡ түләргә һәм сауҙа эштәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә тейеш була.
575 йылда Иран менән Византия төркиҙәргә ҡаршы берләшә. Быға ҡаршы яуап итеп 576 йылда төрки ғәскәрҙәре Византия вассалы - Киммерий Боспорын ҡыйрата, Ҡырымға һәм Көнбайыш Кавказға еңеүле походтар яһай. Шул яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә ҡағанат Бөйөк Ефәк юлының бөтә мөһим участкаларын үҙ күҙәтселегендә тота башлай, шул арҡала карауан сауҙаһынан төрки аҡһөйәктәре ҙур табыш ала.
576-577 йылдарҙа Төрки Ҡағанаты Төньяҡ Ци ҡытай дәүләтен ҡыйрата. Икенсе ҡытай дәүләте, Төньяҡ Чжоу, Төрки Ҡағанатына йыл да 100 мең киҫәк ефәк туҡыма менән яһаҡ түләй.
 
== Ҡағанаттың тарҡалыуы ==
 
Тик төрки державаның ҡеүәте, оҙаҡҡа бармай, ҡаҡшай. 581 йылда [[Тоба-хан]] вафатынан һуң Төрки ҡағанаты үҙ-ара һуғыштар, социаль ҡаршылыҡтар, Ҡытайҙың ҡағанат сиктәренә һөжүмдәре, күрше илдәр менән һуғыштар алып барыуҙар һөҙөмтәһендә ике өлөшкә: [[Көнбайыш төрки ҡағанаты]]на һәм [[Көнсығыш төрки ҡағанаты]]на тарҡала.
 
== Дәүләт төҙөлөшө ==
 
[[Ҡаған (хан)]] - ҡағанатҡа баш етәксе, хәрби етәксе. Ҡағандан һуңғы етәксе - [[ябгу]]. Тәхет вариҫы [[тегин]] титулына эйә булған. Ҡағанатта башҡа юғары титулдар: [[шад]], [[эльтебер]]. Хөкөм эштәрен [[буюрук]] менән [[тархан]]дар башҡарған.
 
== Иҡтисады һәм хужалығы ==