Гармун: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
18 юл:
'''Гармун''' (гармошка, {{lang-el|ἁρμονικός}} — матур яңғырашлы, ауаздаш) — баҫмаҡлы, күрекле музыка ҡоралы<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref><ref name="slovar">{{Книга|заглавие=Музыка: Энциклопедия|издание=Репринтное издание «Музыкального энциклопедического словаря» 1990 года. Изд-во: Советская энциклопедия|ответственный=Под ред. Г. В. Келдыш|место={{М.}}|издательство=Большая Российская энциклопедия|год=2003|страниц=672|isbn=5-85270-254-4}}</ref>.
 
Гармун төрлө конструкциялы һәм көйләнешле телле-клавишалы, пневматик музыка уйын ҡоралы. Европала барлыҡҡа килгән. Беренсе конструкцияһын 1822 йылда немец оҫтаһы К.Ф.Л. Бушман эшләгән. Барлыҡ гармундарга тартып уйнау принцибы һәм тауыш сығанағының конструктив үҙенсәлектәре уртаҡлығы хас. Тауыш сығанағы - металл планкаларының махсус ярыҡтары («тәҙрәләре») өҫтөнә беркетелеүсе, иркен дерелдәүсе металл телдәр. Корпусы һул һәм уң клавиатураларҙан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Күрек ҡыҫылғанда һәм тартылганда һауа ағымы тәҫирендә тауыштар барлыҡҡа килә. Уң клавиатураһы – көй башҡарыу, һулы - бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән.
[[XIX быуат]]та уйлап табылғандан һуң уҡ [[Рәсәй]]ҙә тарала башлай. Башҡорттарҙың музыка мәҙәниәтендә XIX быуат аҙағында ҡулланыла башлай. Гармундың башҡорт йәмғиәтендә ярайһы уҡ киң таралған музыка ҡоралы булыуы тураһында [[Чехов Антон Павлович|А.П. Чеховтың]] яҙмаларында, [[Рыбаков, Сергей Гаврилович|С.Г. Рыбаковтың ]] «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһында очерк менән" китабында һөйләнә.
== Сығанаҡтар ==
* [http://tatarile.org/maglumat/ Татар энциклопедияһы] {{Ref-tt}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гармун» битенән алынған