Төрки ҡағанлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Төрки ҡағанаты''' - [[Ашин]] ырыуы етәкселәре төрки ҡәбиләләре берләшмәһенән төҙөгән Азиялағы боронғо дәүләттәрҙең береһе. Ул тарихтағы иң эре дәүләттәрҙән һанала. Ныҡлы киңәйеп, ҡеүәтләнгән осоронда (VI быуат аҙағы) Ҡытай (Маньчжурия), Монголия, Алтай, Көнсығыш Төрөкстан, Көнбайыш Төрөкстан (Урта Азия) территориялары өҫтөнән хакимлыҡ иткән. Бынан тыш [[576]] йылдан алып [[Сасанидтар Ираны]], [[Төньяҡ Чжоу]], [[Төньяҡ Ци]] ҡытай дәүләттәре Төрки ҡағанатына яһаҡ түләгән. Шул уҡ ваҡытта Төрки ҡағанаты [[Византиянан]] [[Төньяҡ Кавказ]] менән Ҡырымды тартып ала.
 
==Тарихы==
 
[[Усундәрҙең]] ҡеүәте бөткәндән һуң, Ете йылға[[Етеһыу]] араһы даими рәүештә һуғыштар аренаһына әүерелә. Бында V быуатта аяҡ баҫҡан [[жужань]] отрядтары усундәрҙе күсенеп йөрөү урындарын (йәйләүҙәрен, ҡышлауҙарын) дала өлөшөнән Тянь-Шангә күсерергә мәжбүр итә. Бушаған ерҙәрҙә [[юэчжиҙәрҙең]] иҫән-һау ҡалғандары нығынырға ниәтләй, ләкин 418-419 йылдарҙағы жужандәр менән һуғыштарҙан һуң улар Урта Азияға китә һәм унда фарсы, эфталиттар менән бәрелешә. [[Шу]] менән [[Талас]] йылғаларының башы кангарҙар тарафынан баҫып алына, һәм улар жужандәрҙең көнбайышҡа хәрәкәтен туҡтата. Ете йылғаЕтеһыу араһы һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан жужандәр дәүләтенең сиген тәшкил итә, шуға күрә уларға ныҡлы иғтибар булмай. Әммә тап бына ошонда, [[Алтайҙа]], жужандәргә ҡаршы торорлоҡ көс формалаша башлай.
 
==Тәү тарихы==
 
Легенда буйынса, һун батшаһы менән инә бүренән Ашин ырыуы барлыҡҡа килә. Ашин жужань ҡағанатының вассалы булған тип иҫәпләнелә. V быуатта Ашин ырыуы вәкилдәре Алтайҙың көньяғына күсенә һәм унда жужандәр өсөн тимер сығарыу менән шөғөлләнә.
Ете йылғаныңЕтеһыуҙың төньяҡ-көнсығышында, [[Иртыш]] уйһыулығында һәм [[Джунгарияла]] урынлашҡан [[теле]] халҡының күп һанлы ҡәбиләләре жужандәргә ҡаршы баш күтәрә һәм [[482]] йылда үҙ дәүләтен төҙөй. Тик ул оҙаҡ йәшәй алмай: телеләр [[516]] йылда яңынан жужандәр иҙеүе аҫтына эләгә. Ашинаның Алтайҙағы бер ҡәбиләһе жужандәргә тимер сығара. Бына шулШул ҡәбиләгә Евразия тарихында мөһим роль башҡарыу роле тәтей ҙә инде. Тап бына Ашина ҡәбиләһе кешеләре аҙаҡ [[төркиҙәр]] тип атала башлай.
"Төрки" һүҙе "ныҡлы", "көслө" тигәнде аңлата. Ул һүҙ тәүҙә дала аристократияһы ғаиләһе ағзаларына ғына ҡағылышлы сәйәси термин булһа, аҙаҡ мәғәнәһе киңерәк төшөнсә ала, йәғни Төрки ҡағанатына инеүсе барлыҡ ҡәбиләләрҙе лә аңлатыусы исемгә әйләнә.
 
 
==Ҡағанаттың тарихы==
 
[[545]] йылда телес ҡәбиләләре жужандәргә ҡаршы яңынан баш күтәрә, һәм Ашин ырыуынан [[Бумын]] яңы дәүләт башлығы булып китә. 551 йылда ул, жужандәрҙе ҡыйратып, Көнбайыш Вэй ҡытай батшалығы менән союз төҙөй, "ил ханы" титулына эйә була. 552 йылда, Бумын үлгәндән һуң, жужандәрҙе тулыһынса ҡыйратып, тәхеткә уның улы [[Ҡара Иссыҡ ҡаған]] ултыра, атаһының титулын нәҫел буйынса ҡабул итеп ала. Дошмандарын еңгәндән һуң ҡаған аңлашылмаған шарттарҙа һәләк була, һәм дәүләткә уның туғаны [[Моҡан ҡаған]] етәкселек итә башлай. [[553]] йылда жужандәр яңынан еңелә, төркиҙәр Алтайҙан алып көнсығыш яҡтағы бөтә далаларҙың хужаһына әйләнә. Алдағы йылда Бумын ҡағандың ҡустыһы [[Истеми ҡаған]] етәкселегендә төркиҙәрҙең көнбайышҡа походы башлана.
Жужандәрҙең һөжүмдәре арҡаһында көсһөҙләнгән усундәр ҡаршылыҡ күрһәтмәй, [[555]] йылда Истеми ғәскәрҙәре Арал диңгеҙенә барып етә. Әммә Аралдан төньяҡта йәшәгән [[уар]] менән эфталит ҡәбиләләре ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, улар бары тик [[558]] йылда ғына яулап алына. Төркиҙәр Волгаға килеп етә, әммә уның аръяғына сығып тормай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бына шулай Волганан Хинган тауҙарына тиклемге территорияла ҙур күсмә империя төҙөлә.
561-563 йылдарҙа төркиҙәр эфталиттарға ҡаршы Иран менән союз төҙөй. [[564]] йлда шаһ [[Хосрау Ануширван]] етәкселегендәге ғәскәрҙәр стратегик яҡтан бик мөһим өлкәне - Тохарстанды ҡуләғ төшөрә. [[565]] йылда [[Нахшаб]] янындағы һуғышта төркиҙәр еңеүгә ирешә, һәм [[Согд]] Төрки ҡағанатына ҡушыла. Эфталиттарҙың төп көсө [[567]] йылда Бохара эргәһендә тамам ҡыйратыла. Урта Азияны яулап алғандан һуң, ҡағанат [[Бөйөк Ефәк юлының]] һиҙелерлек өлөшөн үҙ күҙәтселегенә ала.
 
==Ҡағанаттың тарҡалыуы ==