Ҡурсаулыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ҡурсаулыҡ''' — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсенд…" исемле яңы бит булдырылған
 
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡурсаулыҡ''' — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла.
 
Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлектәрҙең[[үҫемлектәр]]ҙең һәм хайуандарҙың[[хайуандар]]ҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө (эталон) итеп ҡабул ителеүе мөмкин типик йәки бирелгән геогр. зона өсөн ҡиммәтле ландшафтлы биләмә ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлау, фәнни‑тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары статусына эйә.
 
Ҡурсаулыҡ бурыстары: тәбиғәт терр‑яларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ‑ара биосфера резерваттары системаһына ингән Ҡ.ҡурсаулыҡ биосфера статусын ала.
 
1929 йыл Башҡортостан биләмәһендә беренсе ҡурсаулыҡ— Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 ҡурсаулыҡ бар: [[Башҡорт ҡурсаулығы]], [[Шүлгәнташ ҡурсаулығы]], [[Көньяҡ Урал ҡурсаулығы]], уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006 й.). Иң ҙуры — Көньяҡ Урал Ҡурсаулығы(252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га – БР терр‑яһында). Ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген фәнни‑методик яҡтан БР Фәндәр академияһы БР һәм РФ‑тың Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, РФ һәм БР‑ҙың Мәғариф һәм фән министрлыҡтары м‑н берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт ҡурсаулығы— тәбиғәт музейы, Шүлгәнташ Ҡурсаулығы музей‑экскурсиялар комплексы, демонстрацион‑уҡытыу умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты һ.б. ойошторолған.
{{БЭ}}
[[Кaтегория:Башҡортостан]]
[[Категория:Ҡурсаулыҡтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡурсаулыҡ» битенән алынған