Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("{{Музыкант |Имя = Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы |Оригинал имени = |Изобра…" исемле яңы бит булдырылған)
 
 
'''Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы''' — (1.1.1935, БАССР‑ҙың Учалы районы Наурыҙ ауылы), композитор.
 
== Биографияһы ==
Өфө сәнғәт училещеһын (1965; Р.В.Сәлмәнов класы), ӨДСИ‑не (1973; З.Ғ.Исмәғилев класы) тамамлаған. 1961—68 йылдарҙа Өфөнөң 8‑се музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йылдарҙа БАССР‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире.
 
== Ижады ==
Уның ижады бай тематикалы булыуы, көйҙәр ижад итеүҙә төрлө формалар һәм алымдар ҡулланыуы м‑н айырылып тора. Башҡорт халыҡ музыкаһы темаларына нигеҙләнеп, “Йәмле Яйыҡ буйҙары” (1972) симфоник картинаһын, “Башҡорт бейеүҙәре” (1980) симфоник сюитаһын, 2 скрипка һәм фротениано өсөн “Бейеү ритмдары” (1976) сюитаһын, скрипка һәм фортопиано өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фортепиано өсөн “Башҡорт моңдары” пьесалар циклын (1992) ижад итә. Уның ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн Концерт (1977), Р.Ә.Сафин һүҙҙәренә “Мәңгелек яралар” (1972), А.Игебаев һәм Й.Ә.Солтанов һүҙҙәренә “Тыуған ерем — моңло йырым” (1979) кантаталары; Х.Ғиләжев һүҙҙәренә “Ер улы — Ил улы” (1986), Р.Й.Ғарипов һүҙҙәренә “Туған тел” (1989), Н.Нәжми һүҙҙәренә “Шағир” (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: Р.Йәнбәк һүҙҙәренә “Ағиҙел”, З.Ә.Әхмәтйәнова һүҙҙәренә “Аҙашҡанһың, кәкүк”, З.С.Ҡотлогилдина һүҙҙәренә “Төштәрҙә генә булһа ла”, Р.Т.Бикбаев һүҙҙәренә “Туған моңдар” һ.б. 50‑нән ашыу башҡ. халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен a cappella хоры өсөн эшкәртә (“Сибай”, “Томан”, “Уйыл”, “Шәүрә” һ.б.). Балалар өсөн “Һоро муйын” (“Серая шейка”; 1987, Д.Н.Мамин-Сибиряктың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са Г.А.Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса яҙа.
Композиторҙар союзы ағзаһы (1981).
== Наградалары ==
* Башҡортостандың халыҡ артисы (1995)
* БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).
 
 
 
== Әҫәрҙәре ==
* Таңдағы йыр. Өфө, 1985;
* Төнгө серенада. Өфө, 1994.
 
== Әҙәбиәт ==
* Галина Г.С. Төнгө серенада //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.
 
== Һылтанмалар ==
http://wiki02.ru/encyclopedia/Gabdrahmanov_Abrar_Hakovich/t/3286
 
http://news.mail.ru/inregions/volgaregion/2/society/15215443/
 
{{БЭ}}
[[Категория:Народные артисты Башкирской АССР-ының халыҡ артистары]]
[[Категория:Композиторы Башкортостандың халыҡ артистары]]
12 352

үҙгәртеү